logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Тәңкәле ҡыҙ”

28 февралдә Икенсе Этҡол ауылында Т.Ғарипова ижадына арналған “Тәңкәле ҡыҙ” район конкурсының сираттағы төбәк этабы үтте. Унда Бикеш, Ҡуянтау, Үрге Яйыҡбай, Беренсе Этҡол, Икенсе Этҡол, Таулыҡай, Сыңғыҙ, Әбделкәрим, Буранбай, Ниғәмәт ауылдарының китапханасылары әҙерләгән сая, тапҡыр, уңған конкурсант ҡыҙҙар ҡатнашты. Таныштырыу өлөшөндә ҡыҙҙарҙың йыр-бейеүгә һәм телгә маһирлығы сағылһа, “Һорауҙарға яуаптар” тип аталған һынауҙа барыһы ла әҙәбиәтте һәм мәҙәниәтте яҡшы белеүен күрһәтте. Һәр ваҡыттағыса, конкурстың иң йәнле өлөшө “Сәхнәләштереү” булды: әртислек сифатына эйә ҡыҙҙарҙың сығыштары көслө алҡыштарға күмелде.
Шулай итеп, 1-се урынды Юлиә Байтурина (Икенсе Этҡол) яуланы. Икенсе урынға – Гөлшат Юлаева (Әбделкәрим), өсөнсө урынға – Гөлкәй Вәлитова (Беренсе Этҡол) лайыҡ булды.
Илзинә Үтәбаева (Буранбай) – “Өмөт”, Гөлзифа Ханафина (Сыңғыҙ) – “Тамашасы һөйөүе”, Карина Астафьева (Бикеш) – “Сая ҡыҙ”, Алина Маликова (Куянтау) – “ Гүзәллек”, Гөлсибәр Сафиуллина (Үрге Яйыҡбай) – “Нәфислек”, Раушания Үҙәнбаева (Таулыҡай) – “Нәзәкәтле ”, Нәзилә Иҫәнбаева (Ниғәмәт) – “Ижади һылыу” номинацияларында еңеүсе тип табылды. Бәйгеселәргә артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Фотолар👉https://vk.com/album262152473_304253085