“Тәңкәле ҡыҙ”
Бөгөн Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында “Тәңкәле ҡыҙ” конкурсының ҡала туры үтте . Унда ҡаланың 1-се, 3-сө мәктәбенән, 4-се лицейҙан, Баймаҡ лицей- интернатынан, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжынан, Өфө яғыулыҡ энергетика колледжының Баймаҡ филиалынан 7 башҡорт һылыуы ҡатнашты. Ҡыҙҙар конкурстың бөтә талаптарын һәм шарттарын теүәл үтәне: үҙҙәре менән ҡыҙыҡлы итеп таныштырҙы, һәләттәрен күрһәтте, һорауҙарға яуап бирҙе, Таңсулпан Ғарипованың әҫәрҙәренән өҙөктәр сәхнәләштерҙе, стилләштерелгән милли кейемдә дефиле күрһәтте. Йөҙҙәре балҡып, тәңкә-сулпылары сыңлап торған конкурсанттарға ҡарап барыһы ла һоҡланды. Бәйге йомғаҡтары буйынса 1-се урынды Айлина Баязитова (3-сө мәктәп), 2-сене –Ильвина Ғазина (БЛИ), 3-сөнө – Әминә Сирбаева (ЗАПК) яуланы. Хәдиджә Ғәбделмәнова (1-се мәктәп) – “Телһөйәр”, Элина Ишмөхәмәтова (УТЭК) – “Өмөт” , Илзирә Ғәлиуллина –“Нәзәкәтле”, Нәсимә Йосопова – “Гүзәллек”номинацияларында еңеүгә лайыҡ булды. Бәйгеселәргә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр, конкурс символы булған сулпылар тапшырылды.