«Тәңкәле ҡыҙ»
Бөгөн Әбделкәрим ауылы мәҙәниәт йорто сағыу тамашаларҙың, йыр-моң һәм ихлас алҡыштарҙың үҙәгенә әйләнде. Бында һылыулыҡ, зирәклек һәм нәфислек байрамы — билдәле әҙибәбеҙ Таңсулпан Ғарипованың ижадына арналған «Тәңкәле ҡыҙ» бәйгеһе гөрләп үтте. Сараға Беренсе Этҡол, Әбделкәрим, Ҡаратал, Ишбирҙе, Ярат, Йомаш, Юлыҡ ауылдарынан йыйылған һылыуҡайҙар йәм өҫтәне. Береһенән-береһе уңған, сая һәм аҡыллы ҡыҙҙар үҙҙәре менән үҙенсәлекле итеп таныштырҙы, башҡорт әҙәбиәте, фольклоры һәм, әлбиттә, яратҡан яҙыусының әҫәрҙәре буйынса төплө белемдәрен күрһәтте. Унан һуң конкурсанттар Таңсулпан Ғарипованың тәрән фәлсәфәүи әҫәрҙәренән өҙөктәр сәхнәләштереп, тамашасыны әҙибәнең рухи донъяһына алып инде.Бәйгенең иң сағыу өлөшө — стилләштерелгән милли кейемдәрҙәге дефиле булды.
Һөҙөмтәлә, 1-се урынға Беренсе Этҡол ауылынан Гөлдәр Азаматова, 2-се урынға Яраттан Айһылыу Мырҙаҡаева лайыҡ булды. Башҡа һылыуҡайҙарҙың зирәклеге, инсафлығы һәм таланты төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Юлыҡ ауылы һылыуы Элина Миңлебаева “Наҙлыҡай”, Йомаштан Гүзәл Биктимирова “Гүзәллек” номинацияларында еңһә, Ишбирҙенән Линера Тулыбаеваның сығыш “Өмөт “ номинацияһында билдәләнде. Ҡараталдан Гөлназ Янбаеваның сағыу сығышы “Сая ҡыҙ” тип билдәләнде, ә Әбделкәримдән Рузилә Йәнсурина “Тамашасы һөйөүе” ндә еңде.
Сәхнәлә балҡыған һәр ҡыҙ — үҙе бер хазина, баһалап бөткөһөҙ бер гәүһәр. Киләсәктә лә илһамығыҙ һүнмәһен, рухығыҙ ныҡ булһын, гүзәл заттарыбыҙ! Афарин!