«Тәңкәле ҡыҙ»
Районыбыҙҙа өсөнсө көн рәттән милли рух, тел, моң, әҙәбиәт байрамы – күренекле яҡташыбыҙ, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле яҙыусы Таңсулпан Ғарипованың бай һәм тәрән ижадына арналған «Тәңкәле ҡыҙ» район бәйгеһе бара. Бөгөн Ниғәмәт ауылы мәҙәниәт йорто Мерәҫ, Икенсе Этҡол, Таулыҡай, Буранбай, Сыңғыҙ, Түбә, Темәс, Ниғәмәт ауылдарының иң зирәк һәм аҡыллы, телһөйәр һәм рухлы һылыуҙарын йыйҙы.Ҡыҙҙар жюри ағзаларын ғына түгел, бөтә тамашасыларҙы үҙенсәлекле һәм ихлас таныштырыуҙары, башҡорт әҙәбиәте, тарихы һәм фольклорына бәйле һорауҙарға төплө яуаптары, яҙыусының әҫәрҙәренән сағыу өҙөктәр сәхнәләштереүе, милли биҙәктәр менән балҡыған стилләштерелгән кейемдәрҙәге дефиле менән әсир итте.
Һөҙөмтәләр менән уртаҡлашабыҙ: 1-се урын Түбә ауылынан Азалия Үтәбаеваға, 2-се урын -Икенсе Этҡол ауылынан Инзилә Иҫәнғужинаға һәм 3-сө урын -Темәс ауылы һылыуы Раушания Теләүсинаға бирелде.
Бәйгелә ҡатнашыусы һәр ҡыҙ үҙенсәлекле һәм баһалап бөткөһөҙ гүзәлкәйҙәребеҙ төрлө маҡтаулы номинацияларҙа ла билдәләнде: «Нәзәкәтле һылыу» — Ниғәмәт һылыуы Сәлимә Хисаметдинова, «Ижади һылыу» — Сыңғыҙҙан Хазина Ҡарамырҙина, «Сәхнә оҫтаһы» — Мерәҫтән Вәсилә Кәримова, «Рухлы һылыу» — Буранбайҙан Ильзинә Үтәбаева, «Гүзәллек» — Таулыҡайҙан Миләүшә Мөхәмәтйәнова.
Барыһын да ихлас ҡотлайбыҙ! Бындай рухлы, милли аңлы, телһөйәр һәм аҡыллы ҡыҙҙар булғанда, башҡорт теленең һәм әҙәбиәтенең киләсәге ҙур. Афарин, гүзәл заттарыбыҙ!