logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Тәңкәле ҡыҙ” конкурсының финал этабы

5 мартта халыҡ ижады үҙәгендә Баймаҡ биләмә – ара үҙәк китапханаһы Баймаҡ районының мәҙәниәт бүлеге менән берлектә ойошторған уҡымышлы, тыйнаҡ, дәртле, сая рухлы һәм ижади үҫмер ҡыҙҙар араһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың ижадына арналған “Тәңкәле ҡыҙ” конкурсының финал этабы үтте.
Мәғлүм булыуынса, бәйгенең тәүге туры Темәс, Мерәҫ, Иҫке Сибай, Икенсе Этҡол төбәктәрендә һәм Баймаҡ ҡалаһында ойошторолоп, унда 44 үҫмер ҡыҙҙар нәфислектә һәм ғилемлелектә көс һынашҡайны. Улар араһынан финалға 10 ҡыҙ һайлап алынды. Финалсыларҙың сығыштарын Баймаҡ ҡала хакимиәте башлығы Радмир Иҫәнбаев, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, журналдың баш мөхәррире урынбаҫары Әхмәр-Ғүмәр Үтәбай, Баймаҡ районы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гөлшат Байдәүләтова һәм Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Зилә Мортазина баһаланы.
Шулай итеп, визитка, һорауҙарға яуаптар, Т.Ғарипованың әҫәрҙәрен сәхнәләштереү һәм стилләштерелгән милли кейемдә дефиле һынауҙарын уңышлы үтеп, Розалия Аҫылғужина 1-се урынды яуланы (Иҫке Сибай ауылы). Икенсе урынға һәм “Ағиҙел” журналының махсус призына Аделина Ҡарабаева (Йәнйегет ауылы) лайыҡ булды. Өсөнсө урынға Юлиә Байтурина (Икенсе Этҡол ауылы) сыҡты.
Номинациялар түбәндәгесә билдәләнде:
“Тамашасы һөйөүе” – Зөһрә Шәйәхмәтова (Ҡолсора ауылы),
“Рухлы һылыу” – Розалина Дауытбаева (Мерәҫ ауылы),
“Сәхнә оҫтаһы” – Айлина Баязитова (Баймаҡ ҡалаһы),
“Баймағыбыҙ өмөтө” – Сөмбөл Ҡолмөхәмәтова (Урғаҙа ауылы),
“Сая ҡыҙ” – Айнагөл Урмантаева (Темәс ауылы),
“Нәзәкәтлек” – Нургизә Иҫәнбаева (Түбә ауылы),
“Гүзәллек” – Айһылыу Мырҙаҡаева (Ярат ауылы).

Йәмле тамаша халыҡ ижады үҙәге артистары һәм ҡатнашыусыларҙың дәртле һәм сағыу йыр-бейеүҙәре менән үрелеп барҙы.
Бүләкләү тантанаһында байрамдың төп ҡунағы – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова: “Бөгөн Баймаҡтың йәш көстәре зирәклектә, матурлыҡта, батырлыҡта майҙан тотто. “Улар йәшендә мин былай итеп майҙан тота алыр инем микән?” – тип уйланып ултырҙым. Халыҡ алдына сығыр өсөн йөрәк, ныҡышмаллыҡ, тырышлыҡ кәрәк. Минең бәләкәйҙән әҙәбиәтте яратыуым аҡ елкән булып оло маҡсаттарға әйҙәп торҙо. Һеҙҙең бөгөнгө ошо сығыштарығыҙ, әҙәбиәткә ынтылышығыҙ киләсәктә лә аҡ елкән булып юғары маҡсаттарға әйҙәләһен. Тормоштоң ҡыйын саҡтарында бөгөнгө ошо тантаналы мәлдәрҙе иҫкә төшөрөгөҙ, күңел төшөнкөлөктәренән ул һеҙҙе аралаһын!” – тип фатихаһын бирҙе. Яҙыусы еңеүселәргә үҙенең китаптарын бүләк итте.

фотолар 👉 https://vk.com/album262152473_304348176