logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Тамсы ҡыҙыма – 15, үҙемә – 65”

Күренекле шағир, прозаик һәм журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Әхмәр-Ғүмәр Үтәбаевтың юбилей кисәһе үтте. Ул өс өлөштән торҙо.
Баймаҡ китапханаһында Әхмәр Үтәбайҙың 50 йәшлек юбилейына арналған кисәлә уның ҡыҙы тыуыуы тураһында хәбәр яңғыраны һәм шағир, ҡыуанысынан: “Мин ҡыҙыма Тамсы тип исем ҡушасаҡмын!” – тине. Шул көндәргә 15 йыл үтеп киткән. Шуға күрә сараның тәүге өлөшө “Тамсы ҡыҙыма – 15, үҙемә – 65” тип аталды. Баймаҡтар тәүге тапҡыр яҙыусының ҡатыны Фәйрүзә Юныс ҡыҙы һәм уларҙың ҡыҙҙары Тамсы менән танышты. Тамсыҡай ҡыл-ҡубыҙҙа уйнап ишеттерҙе, бейене. Ә Фәйрүзә ханым һорауҙарға яуаптар биреп, иренең шиғырын яттан һөйләне.
“Буранбайҙың яҙған хатын уҡып…” исемле икенсе өлөштә “Ағиҙел” журналының 1-се һәм 2-се һандарында донъя күргән, хат рәүешендә ижад ителгән “Буранбай” романы хаҡында һүҙ барҙы.
“Үрелеп алған ҡәләм” исемле өсөнсө өлөш юбилярҙың үҙенә арналды. Туғандары, ауылдаштары, класташтары, һабаҡташтары, ҡәләмдәштәре -барыһы ла уның эҙләнеүсән, бик үҙенсәлекле, башҡаларҙан ҡырҡа айырылып торған күп ҡырлы фәйләсүф автор булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, уның шәхси сифаттары хаҡында һоҡланып бәйән итте. Кисә ҡурай моңо, халыҡ йыры һәм дәртле йыр-бейеү менән үрелеп барҙы.
Фотолар – https://vk.com/album-36585846_307795497