“Тарих һаҡлай Йолалы “
Шатлыҡтарын ишеттерер өсөн,
Тыуған яғы кәрәк кешегә.
Йәшәр өсөн бөтмәҫ көс алырға
Олоһона һәм кесеһенә,
Мөхәббәтле, йәмле, мәрхәмәтле
Тыуған яғы кәрәк кешегә.
Баймаҡ биләмә -ара үҙәк китапханаһында Фәйзулла Һибәтулла улы Сарин һәм Сәрүәр Мөҙәрис ҡыҙы Иҙелбаева авторлығында сыҡҡан “Тарих һаҡлай Йолалы ” китабының исем туйы үтте. Сараға Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, районыбыҙҙың мәҙәниәтен үҫтереүгә күп көс һалған, оҙаҡ йылдар район китапханалар селтәрен етәкләгән Луиза Ҡаһарман ҡыҙы Дәүләтшина, Семеновск ауыл биләмәһе башлығы Рәсүл Фәрит улы Сәлимов, Йолалы ауылы аҡһаҡалы Фәйзулла хажи Һибәтулла улы Сарин һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәрүәр Мөҙәрис ҡыҙы Иҙелбаева, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Гүзәл Салауат ҡыҙы Иҫәнгилдина, шулай уҡ Йолалы ауылында тыуып үҫкән, яҙмыштары, нәҫел ептәре ошо ауылға бәйләнгән яҡташтарыбыҙ ҡатнашты.
Һәр төбәктең үҙ тарихы, үҙ йыры, үҙ моңо булғандай, был китап та , ата -бабаларыбыҙ төйәк иткән, хәҙер юҡҡа сыҡҡан ауылдар исемлегенә ингән Йолалы ауылының үткәне һәм боронғоһо тураһында, оло быуын вәкилдәренең хәтирәләренә, яҙмаларына һәм архив материалдарына нигеҙләнеп яҙылған.
“Тарих һаҡлай -Йолалы,, китабы – ваҡытында ата -бабалары гөрләтеп ғаилә ҡороп, балалар үҫтергән, аслыҡты, яланғаслыҡты бергә татыған, алһыҙ-ялһыҙ эшләп хөкүмәтебеҙгә мәғдән сығарыуҙа һәм Бөйәк Еңеүгә тос өлөш индергән Йолалы ауылы халҡының фиҙаҡәрлегенә мәҙхиә булып тора. Ваҡытында ҙур ауыл булып, көнө -төнө шахталарҙа эшләгән шахтерҙарҙың оло хеҙмәте, рудаларҙы арба, саналарға тоҡтарға һалып тейәп аттар менән Баймаҡ баҡыр иретеү заводына ташыған ауыл эшсәндәренең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Әлеге ваҡытта-Йолалы ауылы картала юҡ, әммә ләкин китап авторҙары, Башҡортостаныбыҙҙың йөҙөк ҡашы булған, Ирәндек тауы битләүендә урынлашҡан ауылдың тарихын тергеҙеп, киләһе быуынға еткереүҙәре, кендектәре ошо ауыл менән бәйле булған замандаштарыбыҙ өсөн ҙур бүләк булды.
“Тарих һаҡлай Йолалы” китабының исем туйында ҡатнашыусылар атай-олатайҙары тураһындағы хәтирәләре менән бүлеште, ә сара һуңында шахтерҙарҙың гимны булған “Күк Ирәндек буйында” йырын йырлап таралышты.