logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Тарих һаҡлай ҡомартҡылар” акцияһы

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы “Тарих һаҡлай ҡомартҡылар” исемле акция иғлан итә.

Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейы- республика халҡы өсөн иҫтәлекле ,оло ваҡиға. Ул тарихты барлауҙы, үткәндәргә йомғаҡ яһауҙы талап итә.Республикабыҙ тарихы-  ғаиләләр,айырым кешеләр  яҙмышы сағылышы ла ул. Һәр ғаиләлә быуындан- быуынға тапшырыла килгән иҫтәлекле,ҡәҙерле ҡомартҡылар һаҡлана. Ҡайһы берҙәре быуаттарҙан-быуатҡа тапшырылып килһә лә асылын юғалтмай, киреһенсә ваҡыт арбаһы алға тәгәрәгән һайын уларҙың рухи ҡиммәте лә үҫә.Был ҡомартҡылар өй түрҙәрендә, йә һандыҡ төптәрендә урын алып ,  өйҙөң ҡотон һаҡлай, үткәндәр менән киләсәкте күренмәҫ ептәр менән бәйләй. Изге ҡөръән китаптары,боронғо яҙыулы ҡулъяҙмалар, һуғыш яландарында күрһәткән батырлыҡтар өсөн бирелгән миҙал-ордендар, өсмөйөшлө хаттар, быуындан-быуынға тапшырыла килгән биҙәүестәр, етеле шәм,һ. б. Уларҙың һәр береһенең үҙ тарихы бар, һәр береһе илебеҙ тарихында булып үткән ваҡиғаларға шаһит. Шуның өсөн дә улар ҡәҙерле, изге. “Тарих һаҡлай ҡомартҡылар” акцияһы сиктәрендә район китапханаларында ошондай ғаилә ҡомартҡыларын һаҡлаусылар менән осрашыуҙар, түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеүҙәр үткәреү, күргәҙмәләр  ойоштороу планлаштырыла.

Акцияның маҡсаты

– Йәш быуында илебеҙ, ата-олатайҙарыбыҙ тарихына, үҙ быуыныңдың, ғаиләңдең  үткәненә ҡыҙыҡһыныу уятыу, патриотик тәрбиә биреү

– Ғаиләләрҙә быуындан-быуынға тапшырыла килгән ҡомартҡыларға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, быуындар араһында бәйләнеште нығытыу

– Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм пропагандалау.

 

Акцияның шарттары:

-Ауылдарҙа ҡомартҡы булырҙай әйберҙәрҙе барлау.

-Быуындан-быуынға тапшырыла килгән ҡомартҡыларҙы, хужалары ризалығы менән, китапханаларға туплау, уларҙың тарихын яҙып алыу, мөйөштәр булдырыу, күргәҙмәләр ойоштороу.

– Ҡомартҡы хужалары менән осрашыуҙар үткәреү.

Акцияны үткәреү ваҡыты:

февраль- ноябрь