logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Темясовская сельская модельная библиотека

Заман башҡа, заң башҡа, тип, заман модаһын алға һөргән бәғзеләр йәнәшендә, шөкөр, милли зауыҡты өҫтөнөрәк күргән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа күп.Темәс ауыл модель китапхана янында төҙөлгән”Ағинәй “ клубы ағзалары, оҫтабикәләре тап шулай, үҙҙәренең эштәрен дауам итәләр.
Ауылыбыҙҙың милли кейемдәр һәм биҙәүестәр оҫтаһы, ағинәй клубы ағзаһы Ишбаева Лилиә Мансур ҡыҙы селтәр эшләү тәртибе менән таныштырып, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.
Һаҡал менән селтәр (һәситә) башҡорт халҡында киң таралған, әммә төбәктәренә ҡарап, төрлөсә биҙәлешен, уға ҡарап, башҡорттарҙың йәшәгән төбәген, социаль хәлен билдәләп булған. Әйтеүҙәренсә, ҡыҙ бала өсөн бәләкәй саҡта уҡ һаҡалға мәрйен, тәңкә һәм башҡа биҙәү әйберҙәре тегелә башлай. Кейемде биҙәү өсөн башҡорттар көмөш аҡсалар, мәрйен, быяла, гәрәбә, диңгеҙ ҡабырсаҡтары файҙаланғандар. Өләсәйҙәребеҙҙең милли кейемдәрен, биҙәүестәрен тергеҙеү менән бергә, заманса күлдәктәргә һәм эшлекле костюмдарға башҡорт орнаменттарын, биҙәктәрен өҫтәп ебәреп, миллилекте үҙ зауҡына әйләндереп ҡулланайыҡ дуҫтар.
Хөрмәтле ҡатын –ҡыҙҙарыбыҙ,теләүселәр булһа китапханаға килеп ағинәйҙәрҙән өйрәнергә була