“Тирбәлгәндә күңелем моңдары”
Үҙем теләп килдем, Шиғриәтем,
Үҙем килдем йәнем ҡушҡанға.
Һин – серҙәшем, дуҫым, мөхәббәтем
Һәм ҡоралым, булһа, дошманға.
Шәфҡәт Әбйәлилов шиғыры
21 Март Темәс ауыл модель китапханаһында Бөтә донъя шиғриәт көнөнә арналған “Тирбәлгәндә күңелем моңдары” тип исемләнгән матур кисә үтте.
Кешеләрҙең күңелендә нәфис әҙәбиәткә, шиғриәткә булған мөхәббәте һис ҡасан да һүрелмәй. Шиғриәт, ижад тип аталған бөйөк төшөнсәләр бөгөнгө болғансыҡ тормоштан юғары тора. Ана шул юғарылыҡта ҡалыу мөмкинлеген, нәфис һүҙ менән кеше күңеленә йылылыҡ, рухи ныҡлыҡ бирә беҙгә шиғриәт минуттары.
📜Темәс урта мәктәбенең 5- се синыф уҡыусыларына, ҡәләм тирбәтеүсе ауылдаштарыбыҙ Котлоғәләмова Гөлнара Кәрим ҡызы,Самарбаева Вәсилә Бирғәле кызы, Бикташева Рәзинә Зәйнетдин ҡыҙы менән осрашыу кисәһе үтте. Улар үҙҙәре ижад иткән һәм күңелдәренә хуш килгән шиғырҙарын уҡынылар, көй һалынған шиғырҙарын йырлап та ишеттерҙеләр. Уларҙың ижад емештәре хисле йөрәктәр, нескә күңелдәр аша үтеп, беҙҙе-уҡыусыларҙы, уйланырға, тетрәнергә мәжбүр итте, рухты күтәреп, йәшәүгә көс, дәрт, илһам өҫтәне. Сарала ҡатнашыусы шиғыр һөйөүсе дуҫтарыбыҙ үҙҙәренең күңеленә ятҡан шиғырҙарын һөйләнеләр.
Шағирәләребеҙҙең күңелдәрендә илһамлы ижад ҡомары һүрелмәһен,шундай онотолмаҫлыҡ минуттар бүләк иткәндәре өсөн уларға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.