logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Торатау” Конгресс-холл

Кисә “Торатау” Конгресс-холында Баймаҡ яҡташтар берлегенең осрашыуы, “Саптар” студияһының ҙур концерты булды. Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы алып барған яҡташ яҙыусылар һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең китаптары күргәҙмәһе үҙ янына ижадсыларҙы һәм зыялыларҙы йыйҙы. Яҡташтар ижады менән ҡыҙыҡһыныусылар бихисап булды, хатта башҡа район кешеләре, яныбыҙға килеп, китаптарҙы ҡарап, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина яҙыусы, журналист Нияз Мәһәҙиевтың “Ҡош сәләме” исемле ҡалын ғына яңы китабын әҙерләп йөрөүен күрһәтте. Эшҡыуар Рауил Назаров күмәк авторлыҡта сығарған ауылдар тарихы тураһындағы тос ҡына китапты автограф менән бүләк итте. Сараның иң мөһиме – оҙайлы тынлыҡтан һуң һағынышҡан яҡташтарҙың бер-береһен күреп ҡыуанышыуҙары һәм ошо матур мәлдәрҙе мәңгеләштереү булды.