logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Туған телгә 100 аҙым” Л.Абдуллина, А.Баймөхәмәтов, А.Йәмилева менән осрашыу

Баймаҡ биләмә-ара үҙә китапханаһында Башҡортостан яҙыусылар берлеге, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайы менән берлектә иғлан иткән “Туған телгә 100 аҙым” исемле проект сиктәрендә яҙыусылар: Ш.Бабич Һәм Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты шағирә, публицист , Башҡортостан һәм Рәсәйҙең яҙыусылар союзы ағзаһы, әлеге көндә Башҡортостан газитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире, тиҫтәгә яҡын китаптар авторы Лариса Абдуллина, йәш популяр автор, Ш.Бабич исемендәге йәштәр Дәүләт премияһы лауреаты, 5 китап авторы Айгиз Баймөхәмәтов, Башҡортостан гәзите журналисы , йәш шағирә Айгөл Йәмилева менән осрашыу уҙҙы. Сарала Урал аръяғы агросәнәғәт һәм Өфө энергетик- яғыулыҡ колледжы студенттары, ағинәйҙәр, әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашты.
Лариса Абдуллина нескә күңелле шағирә ,телем-илем тип янып көйгән мәҡәләләр авторы булһа, Айгиз Баймөхәмәтов, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар һәм яҙыусылар союзы ағзаһы , әҫәрҙәре 10 телгә тәржемә ителгән , “Ҡалдырма, әсәй!” исемле китабы аша әҙәбиәт һөйөүселәр яратып өлгөргән автор. Башҡортостан гәзите журналисы Айгөл Йәмилеваны шиғырҙары һәм йыры аша үҙебеҙгә көслө рухлы һәм талантлы йәш шағирә, “Ҡош юлы” проекты авторы булараҡ астыҡ.
Сара барышында , яҙыусылар әҙәбиәт һөйөүселәрҙе ҡыҙыҡтырған һорауҙарға яуап бирҙеләр. Башҡортостан гәзитенең даими уҡыусылар булараҡ, үҙҙәренең тәҡдим – теләктәрен еткерҙеләр.
Килгән ҡунаҡтарыбыҙ башҡорт милләтен әҙәбиәт аша донъя кимәленә таныттылар, тип әйтһәк тә яҙыҡ булмаҫ.

Осрашыу Л.Абдуллинаның “Туған телгә 100 аҙым” проектына ингән “Беҙҙәр” исемле шиғыры менән тамамланды.