logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Туған телгә 100 аҙым”

Башҡорт теле йылына арналған “Туған телгә 100 аҙым” исемле проект эшләп килә.
Бөгөн мин һеҙгә яҡташыбыҙ,Таңсулпан Ғарипова ижад иткән “Бөйрәкәй” исемле китабын тәҡдим итәм.
Был китапҡа тотош быуат һыйған. Ниндәйҙер мөғжизә менән тарих китаптары юҡҡа сыҡһа, Таңсулпан Ғарипованың роман – эпопеяһы буйынса егерменсе быуатты ҡайтанан тергеҙеп булыр ине. Тарих тирмәненә бойҙай бөртөктәреләй төшкән кеше яҙмыштары матурлыҡҡа һәм батырлыҡҡа һынау тота.
Романдан өҙөк
Шәһәрбаныу ҡыҙының ҡайтҡанын йөрәкһеп, тыны менән тартып алырҙай булып көттө. Ферманан Гөлбаныу ҡараған быҙауҙарға һөт эсереп ҡайтҡас та кәртә артына сыҡты. Ҡыҙы артынын үҙе лә сығып китер ине, аяҡтары ғына зыулап һыҙлай шул. Әллә тешен ҡыҫып сығырға ла китергәме? Ай, был бала, бер бәләгә генә осрамаһа ярар ҙа…. Әллә ниңә кейҙерҙе бит анау үҙе йоғанырға ла ҡурҡҡан кейемдәрҙе, шайнанмы тартты уның ҡулынан, Иблисме ҡотортто… Әҙәм күрке сепрәк, йәнәһе. Күптән ташлайһы ине шул кейемдәрҙе, ташҡын мәлендә йылғаға ғына быраҡтыраһы ине…