logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

ТЫНҒЫҺЫҘ ХЕҘМӘТ ӨЛГӨҺӨ

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында публицист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, тыуған яҡты өйрәнеүсе, Батыр Вәлид һәм Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премиялар лауреаты, китапхана янында эшләгән Тыуған яҡты өйрәнеүселәр клубының әүҙем ағзаларының береһе, Мерәҫ ауылының Почетлы гражданы Ирек Ниғәмәт улы Бикмәтовтың 75 йәшенә арналған юбилей кисәһе үтте. Сарала район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов, Ирек Ниғәмәт улы менән төрлө йылдарҙа ҡатнашып, тәжрибә уртаҡлашып эшләгән, аралашып йәшәгән шул саҡтағы хужалыҡ етәкселәре, ауыл хужалығы белгестәре, журналистика ветерандары, шул осорҙағы партия хеҙмәткәрҙәре, ҡәләмдәш авторҙаштары, китапхана янында эшләүсе Крайҙы өйрәнеүселәр клубы ағзалары, бергә аралашып эшләгән һәм йәшәгән иптәштәре ҡатнашты. Ҡунаҡтар барыһы ла үҙен тулыһынса тыуған яғына бағышлаған юбилярҙың ябай ауыл хужалығы хеҙмәткәре булған сағында ла, етәксе вазифаһына күтәрелгәндә лә ябай, кешенең хәлен аңлаған, ярҙамсыл булып ҡала белеүен, шулай уҡ артта ҡалған хужалыҡтарҙы алдынғылар рәтенә сығарыу буйынса районда иң күп тәжрибә туплаған, уларҙы күтәреү өсөн төрлө юлдарҙы файҙаланыуҙан ҡурҡмаған ҡыйыу, тәүәккәл һәм ҡайғыртыусан етәксе булыуын телгә алды. Ауыл хужалығын күтәреү өсөн диссертацияһын да беҙҙең ерлек менән бәйләп, ғилемен нигеҙле ҡуллана белгән фәнни, киң ҡарашлы етәксе булыуы, редакцияла эшләгән осорҙа алдынғы тәжрибәләрҙе, хеҙмәт уңғандарын киң яҡтыртыуы, әлеге көндә лә 5 китап өҫтөндә эшләгән тынғыһыҙ хеҙмәт өлгөһө күрһәтеүсе тыуған яғын өйрәнеүсе икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алып, Ирек Бикмәтовты “остазыбыҙ”, “аҫаба башҡорттоң бер вәкиле”, “ирҙең ҡашҡаһы” тип атанылар. Юбилей кисәһе фекерҙәштәр, рухташтар ҡоро сифатында бик йылы, матур үтте.