logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Тырыштар йүнен таба”

✅«Библиомолодость” проекты сиктәрендә Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Әсәйҙәр көнөнә арналған “Тырыштар йүнен таба” исемле ток-шоу үтте. Сараға маҡсатлы, алдынғы ҡарашлы, заман шарттарына ҡулайлашып үҙ эштәрен асырға батырсылыҡ иткән йәш эшҡыуар-ҡатын-ҡыҙҙар- Сибай ҡалаһынан буҙа эшләү һәм һатыу итеү бизнесы менән шөғөлләнеүсе Азатова Гөлназ, Баймаҡ ҡалаһынан блогер, аш-һыу, ҡул эштәре, шулай уҡ тапҡыр һүҙ оҫтаһы Мурзаева Гүзәл, шәхси эшҡыуар, Баймаҡ ҡалаһында Орифлейм компанияһының офисын һәм бер нисә сауҙа нөктәләрен булдырыусы Тутаева Фирүзә саҡырылды. Йәш эшҡыуарҙарҙың һәр береһе бөгөнгө заман шарттарында эшләүҙең үҙенсәлектәре, бизнеска баҫҡан тәүге аҙымдары, эш барышында осраған ҡаршылыҡтар һәм уңыштары тураһында һөйләнеләр. Ябайлыҡ та, матурлыҡ та, тәүәкәллек тә өлгөһө булған бөгөнгө ҡунаҡтарыбыҙҙың уңышлы эшмәкәрлеге залда ултырған йәштәргә, бигерәк тә ҡаланың 1-се һанлы мәктәбе уҡыусыларына, алдағы маҡсаттарына көс, ҡеүәт биргәндер тип ышанабыҙ.