logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Тыуған яҡты өйрәнеү: тарих, актуаль проблемалар, үҫеш перспективалары

Бөгөн Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә “Тыуған яҡты өйрәнеү: тарих, актуаль проблемалар, үҫеш перспективалары” исемле форум үтте. Уның эшендә муниципаль район хакимиәте башлығы Ф.Ғ.Әминев, район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы А.Б. Кәримов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Г.Х.Йыһаншина, тарихсылар, крайҙы өйрәнеүселәр, музей хеҙмәткәрҙәре, тарих уҡытыусылары ҡатнашты.

Форумды асыҡ тип иғлан итеп, китапхана директоры Мортазина Зилә Вәкил ҡыҙы унда ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм һүҙҙе муниципаль район хакимиәте башлығы Әминев Фәнис Ғәбдрәшит улына бирҙе. Фәнис Ғәбдрәшит улы тыуған яҡты өйрәнеү, уны пропагандалау, илһөйәрҙәр тәрбиәләү – мөһим бурыстарҙың береһе икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды, крайҙы өйрәнеүселәрҙең хеҙмәтенең әһәмиәтлеген билдәләне һәм форум эшенә уңыштар теләне.

Быйыл 25 июндә “Торатау” Конгресс-холында крайҙы өйрәнеүселәрҙең республика форумы үтте. Унда республиканың ауыл-ҡалалары тарихын өйрәнеү, генеалогик  һәм археологик ҡомартҡыларҙы тикшереү һәм популярлаштырыу, тыуған яҡты өйрәнеү эшмәкәрлегендә музей һәм китапханаларҙың үтәгән роле һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды. Республика форумында ҡатнашыусы  Темәс тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейы етәксеһе Мәжитов Айҙар Рәис улы үҙ тәьҫораттары менән бүлеште.

Өфөлә йәшәүсе яҡташыбыҙ, тарих фәндәре кандидаты, Тарихтел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, китаптар авторы Марсель Маннапов тарих, тыуған яҡты өйрәнеүгә арналған эшмкәрлеге менән таныштырҙы. Марсель Мөрит улы тыуған яҡты өйрәнеүгә булған ҡыҙыҡһыныуы бала саҡтан килеүе, эҙләнеү эше ойоштороп ебәреүе хаҡында һөйләне. Мәғлүмәт кешеләрҙең иҫтәлектәренән тыш, документаль сығанаҡтарға нигеҙләнеүе зарур. Республика крайҙы өйрәнеүселәр форумында ҡатнашыусы крайҙы өйрәнеүсе, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Бикмәтов Ирек Ниғәмәт улы сараның фәһемле, тыуған яҡты өйрәнеүселәр өсөн тәжрибә уртаҡлашыу урыны булыуын, бөгөн ошондай форумдың район кимәлендә үтеүен хупланы. Артабан “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзаһы, крайҙы өйрәнеүсе, китаптар авторы Б.М. Хәйретдинов, Йомаш урта мәктәбенең тарих уҡытыусыһы, мәктәптең крайҙы өйрәнеү музейы етәксеһе Р.М. Тимербулатов сығыш яһаны. Рәсүл Мират улы үҫеп килгән быуынға крайҙы өйрәнеү, тарихи мәғлүмәттәрҙе еткереү, балаларҙа тыуған еренең тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу буйынса үҙ эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Тыуған яҡты өйрәнеү, уны пропагандалау – Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы эшенең элек-электән өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып килә. Китапхана директоры Зилә Мортазина сығышында ошо хаҡта бәйән итте. Һуңынан Баймаҡ тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы директоры Н.М. Ғәлина, тыуған ерем тип йән атҡан Й.М.Ҡашҡаров, Р.С. Йәнбирҙин, Р.С. Хәсәновтар крайҙы өйрәнеүгә ҡағылған мәсьәләләргә туҡталды. Сара һуңында китапхана янында яңынан крайҙы өйрәнеүселәр клубы ойоштороу тәҡдиме индерелде һәм ул бер тауыштан хупланды. Форум Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Хәсәновтың ҡурайҙа “Ялан Йәркәй”ҙе өҙҙөрөүе менән тамамланды. Түңәрәк өҫтәл артындағы һөйләшеү фәһемле, эшлекле шарттарҙа үтте, тип билдәләне унда ҡатнашыусылар.