logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

У.Мостафиндың “Ҡойон ҡойроғо оҙон…” повесы буйынса һүҙлек эше

#УралМостафинға70йәш
#һүҙлекэше

– Әрмелә ваҡытта минең ҡулымдан китап төшмәне. Уҡығандарымды ҡыҫҡа ғына итеп бер-ике фекер менән булһа ла теркәп барғанмын, – тип фараз итә Урал Сабирйән улы үҙенең яҙыусы булып китеү тарихына тәүге аҙымдарын. – Яҙыусылыҡҡа аҙымым, бәлки, шунда башланғандыр.
Артабан Стәрлетамаҡ “Ҡыҙыл Пролетарий” ҡоролмалар эшләү заводында конструктор-технолог булдым, төрлө ҡоролмалар, үҙйөрөшлө машиналар эшләнек. Унда асыштарым да бар ине – техниканы камиллаштырыу буйынса таныҡлыҡ алдым. Советтар Союзының бөтә заводтарына йөрөп сыҡтым, тәжрибә тупланым, белемемде каимиллаштырырға тура килде. Заводтың комсоргы булдым, партия мәктәбен ҡыҙыл дипломға тамамланым. Ул ваҡытта халыҡ-ара донъя хәлдәре тураһында лекциялар һөйләй торғайным. Шул саҡтағы яҙмаларым әле лә һаҡлана.
1982 йылда Баймаҡҡа ҡайттым. Дәүләт ауыл хужалығы техникаһын тикшереү инспекцияһында начальник, артабан район комитетында эшләнем. 2 йыл Темәс кирбес заводын төҙөү миңә ҙур тәжрибә бирҙе. Артабан кире Баймаҡҡа эшкә ҡайттым – РТП директоры, унан Дәүләт ауыл хужалығы техникаһын тикшереү инспекцияһы директоры…
Ҡыҫҡаһы, ҡайҙа барһам да һәр ваҡыт коллектив менән эшләргә, халыҡ араһында ҡайнарға насип булды. Аварияға тарып, кеше менән аралашыу мөмкинлегем сикләнгәс, мин ошо бушлыҡты ижад менән тултыра башланым… Тағы ла бәләкәйҙән ҡыҙыҡһыныусан, төпсөнөүсәнлегем дә, белгәнемде кешегә еткерергә тырышыуым да үҙенекен иткәндер, моғайын, тип уйлайым… – ти ул.
Береһенән береһе бейегерәк дәрәжә, уңыш, абруй, халыҡ араһында ҡайнау ҡаяларын яулай-яулай үрләгәндә ҡапыл ҡараңғылыҡҡа сумыу… Көсһөҙ ихтыярлы кешене ошо ҡолау ҙа ғүмерлеккә юҡҡа сығара алыр ине. Тик Урал Мостафинды түгел. РФ һәм БР Яҙыусылар берлеге ағзаһы, 6 китап авторы, “Киске Өфө” һәм “Башҡортостан” гәзиттәренең 4 тапҡыр лауреаты, “Киске Өфө” гәзите ойошторған С.Агиш исемендәге хикәйәләр конкурсы, Б.Вәлид премияһы лауреаты Урал Мостафин, үҙе әйтмешләй, уңыш, абруй, дәрәжә һәм халыҡ менән аралашыу бушлығын күңел түренән сыҡҡан һүҙ менән баҫа. Ул һүҙ шиғыр ҙа, проза әҫәре лә, фәлсәфәүи күҙәтеүҙәр халәтендә лә ағыла. Баҙнатһыҙ тәүге аҙымдар яйлап баҙыҡлана, тәүге китап янына икенсеһе, өсөнсөһө өҫтәлә.
Бишенсе “Ҡойон ҡойроғо оҙон…” китабына ингән ошо уҡ исемле повесть, минең күҙлеккә, авторҙың иң уңышлы әҫәрҙәренең береһе. Унда мәңгелек ҡиммәттәр – мөхәббәт һәм ғаилә, заман проблемалары – туған тел яҙмышы өсөн борсолоу, эшһеҙлек, эскелек зәхмәттәре ике ғаилә аша сағылыш таба. Төп геройҙың тәүге мөхәббәт хистәре ҡабыныуын һәм ошо һөйөүе хаҡына йәренең ғәриплеге менән көрәшеүен, һөҙөмтәлә еңеүен тетрәнмәйенсә уҡыу мөмкин түгел.
Урал Мостафиндың, техник һөнәр эйәһе булыуына ҡарамаҫтан, теленең иҫ киткес байлығы хайран итә. Ижади эштәрендә туған телебеҙҙә һирәк осраған һүҙҙәр ҙә осрай. Шуларҙы өйрәнеү маҡсатында авторҙың “Ҡойон ҡойроғо оҙон…” повесы буйынса ла һүҙлек эше башҡарырға булдыҡ. Һәр ваҡыттағыса, уларҙың мәғәнәләрен өйрәнеүҙә лә Рәсәй Фәндәр Академияһының Башҡортостан ғилми үҙәге, Тарих тел һәм әҙәбиәт институтының Мәскәүҙә 1993 йылда сығарған ике томлыҡ “Башҡорт теленең һүҙлеге” ярҙам итте.
1. – Юҡ, улай тиһәң русса була, ә мин башҡортса һөйләшәм, – ти ТЕЛСӘР (7-се бит).
Телсәр – сифат, телдәр. Телдәр – сифат – һүҙгә әүәҫ, оҫта.

2. Ҡыҙыҡай, күҙҙәре йомола биреп ултырҙы ла, йомшаҡ ҡына йылмайып, һиңә ышанып буламы икән, тигән кеүек, егеттең күҙҙәренә ТӨҢӘЛДЕ (20-се бит).
Төңәлде – ҡылым. Был берәмек һүҙлектә лә булмай сыҡты. “Төбәлде” берәмегенең диалект вариантылыр, тип фараз итергә ҡала.
Төбәлеү – ҡылым – күҙ-ҡарашты туп-тура йүнәлтеү, текәлеү.

3. Үсегеп илаһаң да ҡуймайҙар, ЭТЙЫҒЫШТАР (26-сы бит).
Этйығыш – сифат. Диалект. Ныҡышып, тырышып үҙенсә эшләүсән.

4. Изгелек, ТӘҠҮӘЛЕК тамаҡ ярып ҡысҡырып йөрөп, хаҡ һорап һатыулашып эшләнмәй бит (78-се бит).
Тәҡүәлек – исем, тәҡүә булыу сифаты. Тәҡүә – сифат, ғәрәпсәнән – дин йолаларын боҙмай үтәүсән, динсел.

5. АЙЫШҺЫҘ һүҙҙәренә яуап бирмәүен, һүҙҙәрен дөрөҫ, аңлайышлы әйтеүенә үҙенә кеүек талапсан булыуын теләне (79-сы бит).
Айышһыҙ –

сифат. Аңлайышһыҙ, аңлауы ҡыйын булған.

6. Балыҡ ҡармаҡлау һағындырҙы. Элекке ятыуҙар, ҠУМЫРЫҠТАР именме икән?
Ҡумырыҡ – исем:
1) Яр йәки тамыр-томор төбөнә өңөлөп ингән һыу аҫты ҡыуышлығы (әҫәрҙә ошо мәғәнәлә бирелгән).
2) Ауған ағастың ҡутарылып ятҡан төбө-тамыры.

7. Алама кеше булырға ла, кәм тигәндә, һиңә тиклем ике-өс быуының боҙоҡлоҡта болғанып, аҙғынлыҡта АҪАУЛАНЫП, яһиллыҡта абаланып тәрбиәләнергә тейештер… (109-сы бит).
Аҫауланыу – аҫауға әйләнеү. Аҫау – сифат – егелмәгән, ҡырағай. Ярһып торған, уҫал.

8. Өлкәндәр иҫкәрткәнде тәкәббер балалар ҡолағына элә һаламы һуң? Шул уҡ мөйөштәргә үҙҙәре төкөп, шул уҡ ТҮМДӘРГӘ эләгеп ҡолап, шул уҡ хаталарҙы ҡабатлап “үҙҙәренсә” йәшәргә өйрәнәләр (138-се бит).
“Түм” берәмеге һүҙлектә юҡ, диалект булыуы ихтимал. Мәғәнәһе яғынан “түмһә” һүҙенә яҡын.
Түмһә – исем – сурайып ҡалҡып торған бәләкәй генә урын, түңгәк.

Әҫәрҙәге “Ун йәлләүсенән бер имләүсе булыуы артыҡ!” (79-сы бит) мәҡәле диҡҡәтте тартыу ғына түгел, иҫтә ҡалды. Бәлки, уны шәхсән үҙемдең тәүгә ишетеүемдер, әммә авторҙың уйлап сығарыуы ихтимал, тип тә фараз ҡылам.
Әҫәрҙә тағы бик мөһим бер мәсьәлә күтәрелә – леспромхоз ябылғас, ауылдың көслө ир-егеттәренең дә шешә төбөнә тәгәрәүенә аптыранған Иван Ивановичҡа яңы уй килә: баш төҙәтергә ингәндәре менән килешеү төҙөп, һүҙ һатыу буйынса алыш-биреш яһай. Йәғни егеттәргә – араҡы, ә улар – башҡорт һүҙҙәрен һата. Шарт буйынса, әгәр уның шул һүҙҙе яңылыш әйтеп ысҡындырыуы билдәле булһа, улар кеше алдында: “Мин һүҙемдә торманым, мин – йүнһеҙ”, – тип ғәм халыҡ алдында ҡысҡырырға, унда ла онотоп яңынан әйтһә, һабантуйҙа рисуай булырға: “Мин араҡыға телемде hатҡан мәлғүн. Миңә берегеҙ ҙә ышанмағыҙ!” – тип ҡысҡырырға тейеш булып сыға.
Иван Ивановичтың: “Бәлки, оялырҙар, тәүбәләренә килерҙәр”, – тигән ниәттән башлаған уйы барып сыҡмай – егеттәр ауылдары менән һүҙ һатырға килә башлай. Әл дә ауылдарына меценат килеп сығып, леспромхозды эшләтеп ебәреп кенә “телдәрен һатҡан” егеттәргә яңы һулыш өрә. Повестың ошо урыны бөтөүгә барған үҙебеҙҙең башҡорт ауылдарының, унда йәшәгән халыҡтың яҙмышы өсөн әсенеү тойғоһо уята.

Ғөмүмән, “Ҡойон ҡойроғо оҙон…” повесы авторҙың шиғырҙан прозаға күсеү этабында яҙылған тәүге сәсмә әҫәре лә ул:
– Шиғыр яҙғанда ҡайсаҡ һүҙҙәр табып булмай китә. Әйтә алмаған һүҙҙәр йыйыла, онотола. Бер саҡ поезда китеп барам икән тип төш күрәм. Шуны яҙа башлағайным, осона сығып ҡына булмай. “Ҡойон ҡойроғо оҙон…” әҫәрем шулай яҙылды. Ҡойон килһә ҡарап тормай – ҡыйратып үтә лә китә бит. Әҫәрҙә ул үҙгәртеп ҡороуҙар заманы – уның шауҡымы бөтә кешеләргә ҡағылды. Ауыл халҡы машина, телевизор алып рәхәтләнеп йәшәй генә башлағайны, ҡойон килеп, ҡыйратты ла китте, һаман аяҡҡа баҫа алмайбыҙ. Үҙебеҙҙең Икенсе Этҡол ауылындағы леспромхоздың хәлен яҡшы белгәнгә, шул турала яҙҙым, – ти Урал Мостафин. Халыҡта: “Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була”, – тигән әйтем йәшәһә лә, ул һығымта әҫәргә бөтөнләй ҡағылмай, киреһенсә, үҙебеҙҙең ерлегебеҙҙең тарихының бер өлөшөн, халҡының көнкүрешен, яҙмыштарын сағылдырған повесть үтә лә тормошсан, кешенең кисерештәрен бөтә тәрәнлегендә сағылдыра алыуы менән әһәмиәтле. Ҡыҫҡаһы, уҡығыҙ!
Ә беҙгә бындай көслө рухлы кешеләр менән һоҡланырға ғына ҡала. Тырышып, ихлас теләк менән үҙендә өр-яңы һулыш асҡан, ҙур потенциалын дөрөҫ юҫыҡҡа йүнәлтә алған кеше тик хөрмәткә һәм маҡтауға лайыҡ. Яҡташыбыҙҙы 70 йәшлек олпат юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлап, ижад ҡомарының гел дөрләп янып тороуын, һәм, әлбиттә, сәләмәтлек, уңыштар теләйбеҙ. Киләсәктә лә күңел көрлөгө, рух көсө ташламаһын!
Айгөл Иҙелбаева, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы методисы.