logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“УҠЫТЫУСЫ – ЯҘЫУСЫ” проектында – ХАЗИНА ИСҠУЖИНА

Яҡташ шағирә, Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзаһы – Хазина Зияитдин ҡыҙы Исҡужина Баймырҙа ауылында тыуған. БДУ-ның филология факультетын тамамлап, Түбә, Йомаш, Ҡарамалы, Хәйбулла районының Иҫәнгилде мәктәптәрендә балаларға белем бирә. Әҙәби ижад менән күптән шөғөлләнә, шиғырҙар, мәҡәләләр яҙа.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙе йәшәгән төбәктәге күмәк ижадсыларҙан торған “Урғаҙа тауышы” исемле китап сығарҙы, әлеге ваҡытта “Урғаҙа тауышы-2” йыйынтығы өҫтөндә эшләй. “Йылайыр йылъяҙмаһы” исемле документаль йыйынтыҡта авторҙаш булды.

ЗАМАНА БӘЙЕТЕ
Телефонды селтәр-уты менән
Ташлайымсы мейес төбөнә,
Ҡош телендәй генә сәләм яҙып
Ҡыҫтырһана ҡапҡам егенә.
Ахрызаман етһә, әгәр, тигән,
Бер мөйөшкә ҡарар кешеләр,
Көнө-төнө күҙен ала алмай
Хахылдашып көлөп-кешәнәр.
Ул мөйөштә, баҡтыниһәң, ҡумта,
Алһыҙ-ялһыҙ һөйләй, әкәмәт,
Айпи, һайпи, әллә нимә тағы,
Меңәр канал, донъя ғәләмәт.
Йәштәр йөрөр төндә урам тулып
Һыра шешәләрен ҡултыҡлап,
Көнө буйы йоҡлар, юҡ уятыу,
Уят әле, һин, бар, ҡытыҡлап.
Аҡса ал, тип көсләп, ҡыҙыҡтырып
Кредит менән урар башыңды,
Түләй алмай ҡалһаң, судтар менән,
Тартып алыр ашар ашыңды.
Эш юҡ, тиеп, кәсеп эҙләп ситкә
Китеп бөттө аҫыл ир-заттар,
Уның ҡарауынса яныбыҙҙа
Эре генә йөрөй сит-яттар:
Ғүмер буйы бында йәшәгәндәй,
Үҙ телендә иркен һөйләшеп…
Ниндәй милләт менгән түребеҙгә?
Хатта ҡуямынсы көнләшеп!
Өндәшмәгән – ҡалған, тиҙәр беҙҙә,
Меңәр бәләләрҙән ҡотолоп,
Бындай мәҡәлдәрҙе бөгөн тотоп
Ҡалмаһаҡсы иртән отолоп?
Заман бәйетенә эләкмәһә
Пандемия, тигән афәт-хәл,
Тулы булмаҫ ине Ер шарында
Беҙ кисергән ауыр хәл-әхүәл.

ЙӨЙӨНӘ КҮРӘ КӨЙӨ
Зарланаһың заман ауыр, тиеп,
Ауырлығын бер ҙә күрмәйем,
Үҙем булып ҡалам, шөкөр итеп,
Ни күрһәм дә өмөт өҙмәйем.
Өмөтлөләр генә үҙ дәүләтен
Үҙе төҙөй – шуға ышанам,
Зар-интизар кеше була меҫкен,
Шунан һаҡла инде, иншаллам!
Заман боҙоҡ түгел, әҙәм боҙоҡ,
Ағымдарға ҡаршы йөҙәләр,
Баҡсаһында үҫкән тал тамырын
Үтмәҫ балта менән өҙәләр.
– Юҡ! Юҡ! – тигән һайын аҡса бөтә,
Байлыҡ, мал бит – бары бер көнлөк,
Уйла милләт хәлен! Киләсәктә
Даның китһен һинең ғүмерлек!

ТӨТӨНДӘР
Мөрйәләрҙән йүгереп сығып
Бейешәләр төтөндәр,
Ана, улар был минутта
Барыбыҙҙан өҫтөндәр.
Һул яҡ күршенең төтөнө
Яйһан ғына үрмәләй,
Ҡарап торһаң, уң яҡтыҡы
Сыға һалып түмәрләй.
Ҡаршы күршенең төтөнө
Яҙа‐йоҙа күренә.
Яңы ғына яҡты микән?
Әллә микән һүрелгән?..
Арғы төтөн ярһып сапҡан
Аҡбуҙ аттай борҡолдай,
Әйтерһең дә, һауаларҙа
Кил, тип берәү ҡул болғай.
Алыҫтағы төтөндәрҙән
Ап‐аҡ юлдар һуҙылған,
Болоттарҙың үрҙәренә
Менһәң ине шул юлдан.
…Ҡайҙа барып олғашалыр
Был төтөндәр – белмәйем…
Төтөндәргә ҡарап ҡалып
Изге юлдар теләйем.

МӘСЕТТӘ
Мәсет тупһаһына баҫҡан саҡта
Зымбыр итә күңел ҡылдары,
Ишетелеп ҡала алыҫтарҙан
Ата‐бабаларҙың шаңдары.
Ишек тотҡаларын тотҡан саҡта
Йылыһына ҡулым ҡағыла,
Атай ҡулдарынан йылы ҡалған
Ишек тотҡаһының һырында.
Әсәйемдең намаҙлыҡҡа баҫып
Доға ҡылған һынын күрәмен,
Хәҙер үҙем тап ошо урында
Намаҙ‐доғаларға керәмен.
Аҙан тауыштары әйҙәүенән
Иман нурҙарына ҡойоноп
Мосолмандың йома вәғәзенән,
Намаҙ доғаһынан ойоном.
Мәсет эстәренең күркәмлеге –
Хаҡ тәғәлә генә әмере,
Иман йорттарының берҙәмлеген
Дин ҡәрҙәштәр, бергә теләгеҙ!