logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“УҠЫТЫУСЫ – ЯҘЫУСЫ” проектында – КӨНҺЫЛЫУ СӨЛӘЙМӘНОВА

Көнһылыу Хәмзә ҡыҙы 1957 йылда Беренсе Этҡол ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлап, 33 йыл Икенсе Этҡол урта мәктәбендә урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, хеҙмәт ветераны. Бихисап район ижади һәм шиғыр һөйләү конкурстары лауреаты.

ЯУГИР ҠУРАЙ
Моңон йыйып тыуған еремдең
Урал тауҙа үҫә ҡурайым.
Уның моңон тыңлағанда
Тарихҡа мин байҡау яһайым.
Һинең менән булды батырҙар
Һаҡлағанда изге төйәген.
Салауатым яуға өндәгәндә,
Ҡаһым түрә фарман биргәндә,
Ҡулдарында булған ҡурайы.
Булды ҡурай француз яуында,
Дан ҡаҙанды хатта Парижда.
Үлмәҫбайҙар ҡурай уйнағанда
Дер ҡалтырап торған фашис та.
Үҙең өсөн барған көрәштә лә
Бил бирмәнең – еңдең, ҡурайым!
Ҡурай һаман еңеүҙәргә өндәй:
Телебеҙҙе кәрәк һаҡларға!!!
Халҡым йәшәр, әгәр илемдә
Ҡурай моңо бер ҙә тынмаһа,
Килер быуын телен онотмаһа,
Үҙ телендә йырҙар йырлаһа.
Халҡым йәшәр, әгәр батырҙары
Изге көрәш барған майҙанға
Ҡурай тотоп сыҡһа ҡулына,
Кәрәҙ ҡойһа халҡы моңонан.

ЯҘМЫШЫМ ЯҢЫЛЫШТАРЫ
Яңылыштарым барҙыр,
“Юҡтыр”, – тимәйем.
Яҙа баҫтым ҡайсаҡ –
Һис йәшермәйем.
Бутаным барыр юлды –
Тормош ҡатлаулы.
Тапанған саҡтар менән дә
Алтын мәл уҙҙы.
Боролоштар күп булды
Тормош юлымда.
Эймәнем һис башты ятып
Илар сағымда.
Яҙыҡтарыбыҙ күптер,
Кем урап үткән?
Маңлайға яҙылғанды
Кем күрмәй киткән?!

ҮПКӘЛӘМӘ БЕРҮК
Урам ситтәреңдә хәтфә үлән,
Сәскәләрең елгә бәүелә.
“Ташлап киттең мине”, – тиеп берүк,
Ауылым, зинһар, үпкәләмә!
Һирәк ҡайтам, эйе, үпкәләмә,
Киләм бары юлым төшкәндә.
Тормош ҡанундары шулай инде:
Яҙмыш һуҡмаҡтарым сит ерҙә.

ҠАЙТТЫ ХАТТАРЫ ҒЫНА…
Һуғыш бөтөп илгә Еңеү килде,
Күп атайҙар әйләнеп ҡайтманы.
Һандыҡ төптәрендә һарғайҙылар
Фронт яланынан яҙған хаттары.
Теҙҙәренә ҡуйып хат яҙҙылар
Һуғыш тынып торған мәлдәрҙә:
“Мин ниндәй шат, улым тыуған –
Дауам иттереүсем нәҫелде!
Һеҙҙең хисле, йылы хаттарығыҙ
Минең йөрәгемә көс бирә,
Һуғыш бөткәс, ҡайтып күрешербеҙ
Айырылмаҫ өсөн һис кенә!”
Юҡ, яҙманы ҡайтып күрешеүҙәр,
Хаттар баҫты күңел һағышын.
Атай ҡулдарының йылылығын
Еткерҙеләр беҙгә улар шым…

ТОМАН
Ауылымды аҡ биләүгә биләп
Иртәләрен төшә аҡ томан.
Аҡ монарға сумып төштәрендә
Ҡыш килеүен күрә тын урман.
Көлһыу төҫкә ингән тауҙарыма
Сафлыҡ һирпелгәндәй таңдарын,
Һары япраҡ япҡан йылғаларҙың
Һыйпап үтә текә ярҙарын.
Көн төшләүгә ҡояш нурҙарында
Иреп таралалар томандар.
Көҙҙөң йылы иркә сыуағында
Ҡойоналар тауҙар, урмандар.

ӘСЕ ЯҘМЫШ
Тормош һеҙҙе бер ҙә наҙламаған,
Үҫтермәгән һөйөп-иркәләп.
Заманаһы шундай булған уның,
Буй еткергән һеҙҙе иртәрәк.
Ғүмерегеҙҙең ыуыҙ ғына сағы
Әрнеп үткән – һеҙҙең баласаҡ –
Әсе ел-дауыллы, ҡар-буранлы
Булған бит ул һеҙҙең үҫмер саҡ.
Ҡайтауазы ауыр тормоштоң
Йылдар аша әле барасаҡ.
Йөрәктәге ауыр мәлдәрҙең
Тере ҡуҙы баҙлап янасаҡ.
Атайҙарын яуҙа юғалтҡан,
Етемлектә үҫкән быуын һеҙ.
Мәхрүм булһағыҙ ҙа иркә-наҙҙан
Ил терәге әле бөгөн һеҙ!

ҒОРУРЛЫҠ
Ғорурланам уҡытыусы
Булғаныма.
Көмөш ҡыңғырауға тоғро
Ҡалғаныма.
Бала күңеленә орлоҡ
Һалғаныма,
Тыуған илгә оло хөрмәт
Ҡылғаныма.
Орлоҡтарҙан үҫентеләр
Шытып сығыр,
Мәле еткәс, халҡым матур
Уңыш йыйыр.
Тоғро ҡалдым атай-әсәй
Һөнәренә.
Тырыштым һис кер яҡмаҫҡа
Йөҙҙәренә.
Ысынбарлыҡҡа әйләнер
Хыялдарым
Һөнәремде дауам итһә
Ейәндәрем.

БУРАН ҺӘМ ШАҒИР
“Рәми”, – тиһәк, күҙ алдына килә
Яуыз уйһыҙ февраль бураны.
Буран алып килде һине ергә,
Буран менән киттең донъянан.
Яҙмышың һинең оҡшаш буранға:
Ғәҙеллекте яңғыҙ даулаусы,
Әллә аҙашҡан бер юлаусылай
Тормош бураҙнаһын ярыусы?
Ғүмерең ҡыҫҡа, ижад мәңгелек,
Телең үлмәҫ, йәшәр халҡың да.
Оноттормаҫ буранлы шаҡай
Ошо айҙың тап бер көнөндә
Бөйөк шағирыбыҙ тыуғанды!

ҒҮМЕР АРБАМ
Тормошом арбаһына
Ат кеүек егелгәнмен.
Йәшәү еңел бирелмәгәс,
Ауырын һиҙмәгәнмен.
Ҡыйынлыҡтан ҡурҡмайынса
Ғүмер йөгөмдө тартам.
Көсөм етмәҫ саҡ булһа ла
Ҡасмайым һис тә ташлап.
Тау үренә менгән саҡта
Йөгөм тартһа ла артҡа,
Тауҙан түбән төшкән мәлдә
Эй, елә ғүмер-арба!