logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Уҡытыусы – яҙыусы” проектында – ӘЛНИСӘ АЛДЫРХАНОВА

Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Алдырханова (Кәримова) Моҡас ауылында тыуған. Сибай интернат-мәктәбендә белем алып, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында беренсе булып башҡорт йәкшәмбе мәктәбен, “Юлдаш” башҡорт ойошмаһын аса. Ғаилә сәбәптәре менән тыуған яҡтарына ҡайта. Башҡорт халыҡ ижадына сикһеҙ ғашиҡ, шуға ла уның ижады халыҡ ынйылары менән һуғарылған. Шиғырҙарына бихисап йырҙар яҙылған.
Әлнисә Алдырханова ижад менән күптән шөғөлләнә. Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы. Әлеге көндә Сибай интернат-гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Ҡала тормошонда, Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһының эштәрендә әүҙем ҡатнаша.
“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2002” республика конкурсы лауреаты, Башҡортостан һәм Рәсәй милли мәғариф өҫтөнлөгө буйынса Грантҡа лайыҡ, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре, “Салауат батыр – ил күрке”, (2003 йыл, 2009 йыл), “Өләсәйем һандығы” (2008 йыл), “Интернатта нығый пар ҡанат”, “Маһирлыҡта юҡтыр тиңдәре” китаптары авторы, “Тамаша-2013” журналы лауреаты, 2015 йылда – Әҙәбиәт йылында тәүге тапҡыр булдырылған фольклорсы ғалим Салауат Ғәлиндың беренсе премия лауреаты.
Әйткәндәй, бөгөн Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы күркәм ғүмер байрамын – 60 йәшлек юбилейын билдәләй. Уға алдағы тормош юлында ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, эшендә һәм ижадында бөтмәҫ-төкәнмәҫ уңыштар, уҡыусыларының рәхмәттәренә төрөнгән сауаплы оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр генә теләйбеҙ!

ШАХТЕР
Бөгөнгө төндө саҡ үткәреп, таңға ҡарай ғына йоҡлап китте Дания. Тәүҙә ҡойма аша кемдер һикереп төштө. Былай ҙа йоҡоһо ҡасҡан ҡатын, һикереп торҙо ла, ҡорған мөйөшөнән генә тегене күҙәтте. Баяғы әҙәм алмағас араһынан боҫоңҡорап килеп сығырға уйлағайны ла, ботаҡҡа башы тейеп, бешеп өҙөлөргә торған алмалар шапылдап ергә ҡойолдо. Ул арала теге буралай ир аҡһаңҡырап тәҙрә янына килде. Йөрәге дарһылдап типкән Дания, ҡапыл аңына килгәндәй, өҫтәл эргәһенә шыуышты. Ул-был хәл була ҡалмаһын, тип телефонына үрелде. Шул саҡ урамдан әсе тауыш менән сиренаһын ҡысҡыртып полицай машинаһы уҙҙы ла күп тә үтмәй туҡтаны. Дания тын алырға ла ҡурҡып, йәнә шыуышып ҡына тәҙрәгә үрелде. Әһә, мент ағайымдар өркөткән, артынан елдәр иҫкән тегенең. Ул төндә Дания йоҡлай алманы, әллә ниҙәр башына килде. Ире мәрхүм булыуға ике йыл тигәндә эттәре Будильник та ҡартлыҡтан донъя ҡуйҙы. Ирен ерләгәндә Будильник та зыяратҡа эйәреп барғайны, шунан һуң эте юҡ булһа, Дания уны зыяраттан эҙләп таба ине. Шулай бер көн эте юғалғас, зыяратҡа китте. Ҡарауылсы төнө буйы бер эт олоно ла таңға тынды, ти. Дания шулай этен ире ҡәбере янында таба. Шулай эт юҡлыҡтан эте лә, бете лә төн етһә һемтәңләп йөрөй.
-Былай булмай, – тип йоҡоһо туймаған Дания шешенгән битен һалҡын һыу менән ыуғылап алды ла телефонын алды.
-Алло, сәләм, әхирәт!
Әхирәтенең шат тауышын ишетеүгә, сәрелдәй башланы:
-Һиңә рәхәт. Ауылда тыныс, ирең эргәңдә… Эй, әхирәт, ир ҙә юҡ, эт тә юҡ, өйҙә тынғы ла юҡ. Ҡурҡыныс, исмаһам, эте булһа, төндә өрөп торһа, тыныс йоҡлар инем.
Әхирәте бөгөн үк килеп етеүен, хатта шахтер ҙа алып килеүен әйткәс, Данияның түбәһе күккә тейҙе. Тиҙ генә өйөн йыйыштырҙы. Иҙәндәрен тупһанан төшкәнсе ялтлатып йыуып ҡуйҙы. Ҡаршылағы магазиндан ул-был аҙыҡ–түлек алып ҡайтты ла өҫтәл әҙерләне. Баҡсанан иң матур сәскәләрҙе йыйып өҫтәл уртаһына ултыртты. Емеш-еләктең дә бешкәнен йыйып, биҙәкләп ҡуйҙы. “Һы, шахтер алып киләм тип йыуатты бит әле. Ниндәйерәк икән ул шахтеры? Төҫө барҙан төңөлмә, тигән боронғолар, ҡарарлыҡ төҫө булһа ярай ҙа… Әй, әттәгенәһе, һайланған һаҙға батҡан бит, һайланмайым әле, кем генә ошонан алтын ирен урамға сығарып ташлаһын. Ниндәй булһа ла ир булһын да аҡса тапһын! Аҡса тигәндән шахтерҙарҙың бит аҡсаһы донъя инде. Бына быныһы шәп. Әйткәндәй, әхирәтемдең ире шахтер ҙа баһа! Көрәп аҡса ала тип танауын күккә сөйөп йөрөй шул. Ярай, Алла бирһә, беҙҙең ҡоймала ла ямғыр ҡойоп яуыр әле. Моғайын, берәй шахтер дуҫын тапҡандыр әле. Туҡта, хыялланғансы, аҡсалы шахтерға күңеленә ярар өсөн нимә эшләргә икән?”. Дания өтәләнеп тегеләй йүгерҙе, былай барҙы, өҫтәлдә барыһы ла етеште, туҡта үҙен рәтләр кәрәк. Шкафтан йәй кейергә тип алған сәскәле шифон күлдәген кейҙе. Сәсен дә килешле итеп бер яҡҡа ҡырынайтып тарап ҡуйҙы. Еңелсә генә күҙ төптәренә буяу һөрттө. Былай ҙа һылыу, ҡыҙҙар гел ҡашыңды йолҡҡанһың, тиҙәр, уның үҙенең ҡашы ҡыйғас ҡына. Ир-аттар бәйләнеп кенә торалар. Бөтәһе лә әҙер төҫлө. Көҙгө алдына баҫты.
– Оҡшатмаҫлыҡ бер етешһеҙлек тә юҡ һымаҡ. Тик шахтерҙың вкусы ниндәй икән? Их, оҡшатһа ғына ярар ине…
Шул мәлдә машина килеп туҡтаны. Дания ишек алдына йүгереп сыҡты.
Ғәҙәттәгесә осҡон сәсеп торған күҙҙәрен мөлдөрәтеп, ауыҙы ҡолағына еткән әхирәте Данияны ҡосаҡлап алды. Тыныс ҡына, аҙ һүҙле, етди генә ире еңелсә генә иҫәнләште.
– Әйҙә, үтегеҙ, инде һеҙҙе көтә-көтә көтөк булдым.
Дания былар янында шахтерҙы күрмәгәс, һорарға тип ауыҙ асҡайны ла, өйгә ыңғайлаған әхирәте артынан килгән ире эйәрткән этенә:
– Әйҙә, шахтер, бөгөндән ошо матур ханыма хеҙмәт итерһең, – тине.
– Шахтер? – Дания телен тешләне.
-Эйе, әхирәт, бына ир ни шахтала ошо этте табып алған да, йәлләп өйгә алып ҡайтҡан, “Шахтер” тип исем бирҙек. Беҙҙең ни үҙебеҙҙең этебеҙ бар, артығы кәрәкмәй ҙә, – тип һөйләнә-һөйләнә тупһанан түргә үтте.
– Шахтер, һин ошонда ғына тор! – тине ире ипле генә итеп эткә ымлап.
– Шәп бит, Данияҡайым, эйеме?
Барлы-юҡлы аҡсаһын елгә осороуы албырғап ҡалған ҡатындың мейеһен сүкей ине.
– Шә-ә-ә-әп! – тине һыр бирмәҫкә тырышып.
Әхирәте бығаса уның был ҡәҙәре мул табын әҙерләгәнен күргәне юҡ ине.
– Шә-ә-ә-ә-әп!-тине уны үсекләгәндәй…

БӘХИЛЛӘШЕҮ

Фәүҡинур инәй өйгә ыш та тыш ҡайтып инде лә телефонға үрелде.
– Әлеү, ҡыҙым, дауахананан саҡ ҡайтып индем, врач бәхилләшергә ҡайтарҙы. Тиҙ генә апай, ағайҙарыңа шылтырат. етегеҙ инде, иҫән саҡта күреп ҡалайым үҙегеҙҙе! – тине лә ҡыҙының яуҙыра башлаған һорауҙарына яуап та бирмәйсә телефондан икенсе номерҙы йыйырға тотондо.
Шулай бер нисә кешегә шылтыратҡандан һуң көйһөҙләнеп диванға барып ултырҙы ла телевизорҙан “Ҡурай” каналын ҡуйҙы. Фәрит Бикбулатовтың:
”Үтеп кенә барған был ғүмерҙең
Кире ҡайтмаҫлығын мин беләм…” тигән йыры яңғыраны. Табиптың һүҙҙәрен оноторға теләп яндырғайны ла ул, йөрәк яраһын һыҙлатҡан йырҙы ишетеү менән кәйефһеҙләнеп телевизорҙы һүндерҙе. Маңлайындағы барлыҡҡа килгән йыйырсыҡтар уны тағы ла олоғайтты. Ҡалтыранған ҡулдары менән телефон төймәләренә йәнә баҫа башлағайны ла, ул арала күрше урамда йәшәгән оло ҡыҙы менән кейәүе, артынса банкта эшләгән улы борҡолдап килеп инде. Уларға эштең ниҙә икәнен аңлата башлауға кесе ҡыҙы ишектә күренде.
Ул арала Фәүҡинурҙың телефоны зыңғырҙаны. Зыңғырҙаны түгел, йөрәкте бошондороп йәмһеҙ тауыш бирҙе.
– Йә, хоҙайым, улым, телефон алып биреүен биргәс, исмаһам, тауышын рәтләп бирер инең? – тине лә үкенгәндәй өҫтәп ҡуйҙы. – Хәйер, хәҙер уның ни кәрәге, үлер мәл еткәс…
Телефонына яуап бирҙе:
-Әлеү!.. Кем был? Әй әттәгенәһе, Барый ҡустым! Һиңә аят ҡайғыһы, үҙемә кем ясин сығыр икән? (тыңлап торғандан һуң). Эйе, бәхилләшергә ҡайтарҙылар… Эййй, шулай шул ҡустым, Хоҙай ғүмерен йәлләгәс, ни…
Тамағына төйөр тығылғандай, һүҙен әйтеп бөтөрмәй, ҡулы хәлһеҙләнеп, телефонын төшөрөп ебәрҙе.
Асыҡ ишектән фатирға күршеһе килеп инде лә уның һуңғы һүҙен ишетеп ауыҙын ҡулы менән ҡапланы.
– Тәүбәкәйем! Ни һөйләүең был, күршекәйем! Ни булды?
Фәүҡинур:
-Ни ишеттең – шул инде.
Йәш килен, яулығын сисеп, ауыҙын ҡапланы.
– Бушты һөйләмә, ауыҙыңдан ел алһын! Инәй, ҡуйсы, ҡурҡытма мине. Һин бит, ҡәйнәм үлгәндән һуң. миңә әсәй урынына ҡалған иң яҡын кешем бит, ташламасы мине.
– Шулай ҙа ул, беҙ бит бары Алла ҡоло ғына, тәҡдирем шулдыр…
– Аңлатып һөйләһәңсе, Фәүҡинур инәй, бәлки, бик үк ҡурҡыныс та түгелдер хәлең.
– Юҡ-юҡ, врач бәхилләшергә ҡайтарҙы, ул яңылышмаҫ. Йә, ярай, риза булып ҡалығыҙ, балалар! Минән һеҙгә васыят: татыу йәшәгеҙ, намыҫлы булығыҙ, тик шуныһы үкенесле, улым, һине генә башлы-күҙле итеп өлгөрмәнем инде, – тип күҙҙәре йәшкәҙәп, өнһөҙ генә ултырған улына өндәште.
Албарғып ҡалған кесе ҡыҙы илап ебәрҙе:
– Әсәй-й-й-й! Юҡ, һин йәшәйһең әле. Етмәһә, минең һиңә бирә торған 40 мең бурысым тора, ҡалайтам инде…
– Уй-й-й, әсәкәйем, һине быйыл ял йортона алып барырмын, тип уйлап йөрөгәйнем, ул нисек инде? Путевкаһы ла бына-бына әҙер булырға тора, – тип оло ҡыҙы әсәһен ҡосаҡлауға, ҡалғандар ҙа әсәһенә һырынды. Кесе улы, буталған уйҙарынан арынып, саҡ аңына килгәндәй:
– Туҡтағыҙ әле. Мин барыбер бер ни ҙә аңламаным. Ниндәй диагноз, ул ниндәй белдекһеҙ табип һиңә үлем хәбәрен әйтергә баҙнат итте?
– Әлләсе, шунда бер йәш кенә егет ине…
– Туҡта әле, әсәй, булмаҫ! Әйҙә әле, киттек шул табипҡа!
-Мин дә барам! – тине кесе ҡыҙы кейәүе менән.
– Мин дә!
Барыһы ла тейәлешеп дауаханаға йүнәлделәр.
Бәхеттәренә күрә, табипҡа сират юҡ ине. Улы ишекте асып рөхсәт һораны ла, әсәһен алдан үткәрҙе, шунан үҙе үтте. Ауыҙын асып һорарға ла өлгөрмәне, теге табип әбей янына үҙе килде.
-Ну что, бабушка, где ваши бахиллы?
-Эй, балам, бәхилләшеп бөттөм инде…