“УҠЫТЫУСЫ – ЯҘЫУСЫ” ПРОЕКТЫНДА- Мансур Рәхимғолов
Әйткәндәй, ул бөгөн үҙенең 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Уны оло ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ, алдағы тормошонда юғары ижади осоштар, яҡындар һәм дуҫтар солғанышында оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер итеүен теләйбеҙ! (ред.)
Шиғриәткә һуңлап килһә лә, ижадҡа ынтылышы бик йәштән. Яҙмалары интернет селтәрендә “Сибай ҡашҡа” псевдонимы аҫтында донъя күрә. “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе һәм Дондағы Ростов ҡалаһында йәшәүсе Ғайсин Ғүмәр сәсән ойошторған “Һандал” сәсәндәр ойошмаһы ағзаһы булып тора. Ғафури районынында үткәрелгән телсе һәм әҙәбиәтсе Йәлил Кейекбаевҡа, Белорет районында шағир Дамир Шәрәфетдиновҡа һәм Баймаҡ районында шағир һәм сатирик Буранбай Исҡужинға арнап үткәрелгән шиғри конкурстар лауреаты.
***
Йылдар үтеп алға барған һайын
Асылыма килә ҡайтаһым –
Ҡайҙа ҡуйҙы икән тәү ҡартатам
Таш быуаттан ҡалған балтаһын?..
***
Мин бик һуңлап килдем шиғриәткә,
Шулай кәрәк булған, моғайын.
Күрәсәкте күреп бөткәс кенә
Рөхсәт итте, буғай, Хоҙайым.
Йәшлек дәрте менән тормош үҙе
Минең өсөн шиғыр булғандыр,
Йәшәйешем матур бер йыр булып
Ығы-зығы менән тулғандыр…
Шиғыр тыуһын өсөн йөрәгемдә
Юғалтыуҙар кәрәк булғандыр…
Булған түҙем минең күңелемдә
Ҡайғы-хәсрәт менән тулғандыр,
Тулғандыр ҙа ярҙарынан ташып
Шишмә булып шиғыр тыуғандыр.
Ғүмеремдең ҡалған осоронда
Ташламаһын ине Илһамым,
Шиғри шишмәм һыуын тәмләр инек
Йөрәгемдән урғып торғанын.
Тәмләй алһам ине шул шәрбәтте
Ҡалған ғүмеремдә туйғансы.
Алла Тәғәләм үҙе килеп миңә:
– Инде булды һиңә! – тигәнсе.
Ташламасы, Илһам, ташламасы,
Мине шиғри күктә тотоусым!
Дәртләндереп торһаң яндарымда
Һис ташламаҫ мине уҡыусым!
***
Эй һин, ғүмер!
Ҡайҙа сабаһыңдыр?!
Ней ҡойроғоң, ней ялың юҡ.
Туҡтатырға һис бер әмәл дә юҡ,
Ней йәкшәмбең, ней ал-ялың юҡ.
Эй һин, ваҡыт, ҡайҙа ашығаһың?!
Сәғәт телендә һин – тыҡ та тыҡ.
Юҡмы берәй сара, булмай микән
Терәп ҡуйып һине туҡтатып?
Эй һин, ғүмер, ниңә бик ҡыҫҡаһың?
Ниңә шулай матур, татлыһың?
Бик ябай ҙа, ауыр, ҡатмарлы ла,
Аңламаҫлыҡ ҡатлы-ҡатлыһың.
***
Ваҡыт ҡәҙере бик һуңлап беленә –
Бала саҡта ул күп, мәңгелек.
Атай-әсәй янда, донъя теүәл,
Ҡәҙерен дә бөтмәйһең белеп.
Йәш саҡта иһә ваҡыт бик ҡыҫҡараҡ –
Осрашыуҙар ҡыҫҡа, ҡыҫҡа төн,
Һәм йәшлек тә бик тиҙ үтеп киткән –
Ҡыҙыу янып, таралған төтөн…
Олоғайғас ваҡыт ҡәҙерлерәк –
Үткән йылдар, үткән ғүмерҙәр…
Берәм-берәм үткән көндәр, йылдар –
Усаҡтағы һүнгән күмерҙәр…
Ашыҡмасы, ваҡыт, ашыҡмасы,
Ашыҡмасы, ҡалған ғүмерем!
Һырҙар баҫып, сәсем ағарһа ла
Белмәй ҙә генә ҡалдым ҡәҙерең…
***
Мин бер мосафирмын ғүмер юлындағы:
Кейем-һалым бөткән тишелеп,
Ялан аяҡ, кибеп ҡатҡан ҡулда
Тамырҙарым бөткән ишелеп.
Етеп киләм юлдың аҙағына,
Ә күҙҙәрҙә өмөт һүнмәгән.
Йөрәк дарҫлап тибә – ниҙер көтә,
Тән ҡартлыҡҡа һис тә күнмәгән.
Ә кем белә, юлымдың ахыры
Берәй юлдың, бәлки, башылыр,
Ошо юлдың билдәмәһе булған
Һерәйеп торған ҡәбер ташылыр…
Барам әле, минән алда киткән
Мосафирҙар кире ҡайтманы,
Әлегәсә бер кем асҡаны юҡ
Улар ябып киткән ҡапҡаны.
Барам әле… Тик фани донъяларҙа
Мин эшләйһе эштәр бөтмәгән,
Күҙҙәр күрә әле, ә йөрәкте
Һөйөү уты ташлап китмәгән.
… Барам әле, эшем бөтмәгән!
***
– “Төпсөк”һөң бит, ниңә ҡайтмайһың? – тип
Һорау биреп йәнде ҡыялар.
Ҡайтыр инем… Барыр юлдарыма
Күптән инде үҫкән ҡаялар.
Юлдар сырмалғандар, һыуҙар аҡҡан,
Әллә ҡасан янған күперҙәр,
Ереккәнмен инде күптән ситкә,
Үтеп тә бара инде ғүмерҙәр.
Үткәндәргә инде юлдар ябыҡ,
Форсат төшһә ҡайтып урайым,
Ултырамын уйҙарыма батып,
Яндарымда илай ҡурайым…
… Ауыл да яңырған – яңы быуын,
Таныш һирәк, – ул да ҡартайған,
Бары хәтирәләр һаҡлап моңһоу тора
Туған йортом, ҡалып атайҙан…
Уҙған ғүмерҙәрҙе тергеҙергә
Ҡайтыр инем тыуған нигеҙгә.
Уҙған ғүмер – һүнгән күмер икән,
Ҡайтмай икән ғүмер кирегә…