“УҠЫТЫУСЫ – ЯҘЫУСЫ” ПРОЕКТЫНДА – РӘЙСӘ ИҪӘНБАЕВА
Рәйсә Иҫәнбаева 1976 йылда Башҡорт Дәүләт университетына ситтән тороп уҡырға инә һәм ошо йылда Ниғәмәт урта мәктәбенә китапханасы һәм башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшкә күсә. Уҡыуҙы тамамлағас, директорҙың уҡытыу-Тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып педагогик эшен дауам итә. 2007 йылда хаҡлы ялға сыға.
Эшләү дәүерендә педагог утыҙҙан артыҡ уҡыусыһында үҙенең һөнәренә ҡарата һөйөү тәрбиәләне. Улар араһында һөнәре буйынса иң яҡшы белгес булараҡ Рәсәй, Башҡортостан гранттарына лайыҡ булыусылар бар. 2020 йылда Низамова Нәзилә Хисам ҡыҙы Башҡорт теле уҡытыусыларының сираттағы “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә ҡатнашып ҙур уңышҡа өлгәште һәм уҡыған мәктәбенең, уҡытыусыларының хеҙмәтен тағы бер тапҡыр юғары булыуын иҫбатланы. Рәйсә Иҫәнбаеваның уҡыусылары араһында профессор, фән кандидаттары, байтаҡ юғары исемдәргә өлгәшкәндәре бар.
Рәйсә Миҙхәт ҡыҙы үҙе 1996 йылда “Йыл уҡытыусыһы” район конкурсында, 1983 йылда иһә “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы лауреаты булды, 1983 йылдан райондың “Ауыл хәбәрсеһе” исеменә лайыҡ.
Әҙәби ижадҡа килгәндә, Рәйсә Иҫәнбаеваның хикәйәләре төрлө ваҡытлы матбуғатта баҫылды: “Әсәйем”, “Татлы һәм ғазаплы йөк”, “Ҡайтыу”, “Изгелекме, әллә яуызлыҡмы?”, “Әсәй, әсәкәйем, тиҙерәк кил!”, “Сабыйҙарҙы рәнйетмәгеҙ!”, “Ҡыҙыл пальто”, “Бетеүҙәге хаттар”, “Мәңгелек һағыш”, ” Күңелде яҡтыртҡан һөйөү”, “Шом”, “Яза” һ.б.
Бынан тыш ул республика һәм район матбуғатында (“Киске Өфө”, “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Атайсал”, “Һаҡмар”) очерк һәм мәҡәләләр, яҙыусылар ижады буйынса эҙләнеүҙәр һәм башҡа ғилми эштәре ( шәжәрә, Салауаттың тормош юлы буйынса әҫәрҙәренән фараздар, тарихи мәҡәләләре, әңгәмәләре) донъя күрҙе.
Шиғриәттә лә үҙенең һүҙен тос итеп әйтә белә Рәйсә Миҙхәт ҡыҙы.Ошо ваҡыт эсендә Атайсал”, “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Ағиҙел”, “Һаҡмар” гәзиттәрендә бихисап шиғри ынйылары халыҡҡа сығарылды.
Шағирә ауыл һәм райондың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Ниғәмәт ауылы биләмәһе буйынса Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары. 2019 йылда “Сәләмәт тормош” район конкурсында ауылдың йәмәғәт тормошон йәнләндереүҙә әүҙем ҡатнашып, Ниғәмәт ауылын район буйынса Гран при алыуға өлгәштерҙе. 2020 йылда ауылдаштарын тағы ла дәртләндереп “Айыҡ ауыл” республика конкурсына ҡушылырға саҡырҙы һәм үҙе, ойоштороу комитеты рәйесе булараҡ, ауыл буйынса йәнле эш алып барҙы.
Ул 1989 йылда халыҡ иҫәбен алыуҙы оҫта ойошторғаны өсөн Рәсәй Министрҙар советының Маҡтау грамотаһына, 1988 йылда педагогик эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе буйынса Мәғариф Министрлығының Маҡтау Грамотаһына, 1992 йылда Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы алдынғыһы билдәһенә, 2001 йылда Башҡортостандың атҡаҙаған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ булды. 2010 йылда төбәк-ара А.Ҡәҙерғолов исемендәге сәсәндәр бәйгеһендә “Иң оҫта сәсән” исеменә лайыҡ булды. Шағирә Й.Ильясова исемендәге район әҙәби әҫәрҙәр бәйгеһендә 3-сө урын яуланы .2018 йылда “Рух ҡошо бәйгеһендә – 3-сө, 2019 йылда 1- се урынға лайыҡ булды. Ошо уҡ йылда “Башҡортостан ҡыҙы” журналы ойошторған “Әсә йөрәге” бәйгеһендә 3-сө урын яуланы.
Китаптары: “Сабырлығыма һынау”, “Әйтер һүҙем”, “Һуғыш ярып үтте йөрәкте”, “Таҡмаҡсылар төйәге”, “Йәйҙәремдә ҡалам”, “Яҙмышты яҡтыртҡан һөйөү”, “Кәрим һүрәт төшөрә”, коллектив авторлыҡта ” Ирәндек гәүһәрҙәре” , “Ниғәмәт ауылы тарихы”, “Уйнай-уйнай үҫәбеҙ”, “Тел яҙмышы – халыҡ яҙмышы”, “Хәтер тере, хәтер мәңгелек”.
Хикәйә
Ике һуғыш күргән Минһаж
Кәримов Дәминдәр Минһаж улына бағышлайым
Ағастар араһына эшләнгән блиндажда һуғышҡа оҙатыласаҡ егеттәрҙең тауышы әллә ҡайҙа ишетелә. Улар нимәгәләр бәхәсләшәләр, көләләр, араһында бер ҡалын көр тауышлыһының һөйләгәне асыҡ ишетелә. Уның тауышы тынып ҡалһа:
– Йә инде Минһажетдин ағай, оҙаҡ туҡтама , оноттораңдайы. Һөйлә лә ҡуй, – тигән тауыштары ишетелә.
– Мин, егеттәр, әкиәт, йәки көләмәс һөйҙәмәйем бит, шул үҙем күргәнде һөйҙәйем инде. Ярай артыҡ ҡысҡырыып көлмәгеҙ, майор ишетһә, минең кәрәкте бирер. Ул бит, – тип, әйтеп бөтөрмәне, береһе майор булып, ҡалын тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе.
– Лейтенант Дәминдәров, тағы ниндәй әкиәт? Ҡасан бөтә шул хәбәрең? Ике көн наряд, тип, әйтеп бөтөүгә икенсеһе дауам итә,
– Есть, иптәш майор!
– Ниндәй иптәш булайым мин? – тип, өсөнсөһө ҡушыла.
Был эләкләшеү күпме барыр икәне билдәһеҙ, тик блиндаж ишеге асылып китеп, тулы кәүҙәһе менән ишекте ҡаплап торған адьютанттың:
– Иптәш Дәминдәров, һеҙҙе майор штабҡа саҡырта.
Бөтәһе лә тынып ҡалды, кемеһелер” әллә тыңлап торҙомо икән” тип тә уйлап алды. Дәминдәров тегеләргә:
– Ҡустылар, танауығыҙ төшмәһен, мин хәҙер. Төн оҙон, – тип, көҙгө һыуыҡты блиндажға тултырып торған адьютанҡа ымлап, алдына төшөрҙө лә, елтерәтә баҫып, ашығып сығып китте.
Штабҡа хәрбиҙәрсә барып инеп, тейешле рапортын әйтеп бөткәс, майор янында ултырған быға тиклем күргәне булмаған полковникка ҡараны.
– Ярай, ярай, баҫып торма, һүҙ оҙаҡ булыр, урыҫтар әйтмешләй, нисек әле Арефьев?
– В ногах правды нет, – тине йәһәт кенә, ярарға тырышып.
– Бына шулай, ултыр Дәминдәров. Бына мин һинең личное делоңды изучать итеп ултырам. Һин бит граждандар һуғышында ҡатнашып алты йыл йөрөп ҡайтҡан бик шәп кеше икәнһең. Беҙ байтаҡ кешеләрҙең делолары менән танышҡандан һуң, һинең кандидатураңда туҡтаныҡ.
– Нимәгә минең кандидатура? Ҡайҙа ебәрәгеҙ?
– Юҡ та, борсолма. Һиңә үҙеңдең яғыңа ҡайтып, эргә тирәләге дүрт райондан ҡыҙҙарҙы йыйып бында килергә тура килер. Унда һеҙгә хәрби комитет ярҙам итәсәк. Әлегә утыҙлап, бәлки, күберәктер ҙә. Үҙҙәре теләп ғариза яҙғандар. Бына иптәш майор Арефьев менән барырға тура килер. Һиңә Әбйәлил менән Баймаҡта эш башларға, майор, һеҙгә Йылайыр менән Хәйбуллала туҡтарға кәңәш итәм.
– Унан?
–Унан бында киләһегеҙ ҡыҙҙар менән.Иптәш майор егеттәр менән артабан атлы дивизия составында – фронтҡа, ә һеҙ лейтенант бында ике ай ҡыҙҙарҙы хәрби тәртипкә, һуғыш серҙәренә өйрәтәһегеҙ.
–Иптәш полковник, мин атлы дивизия менән китмәйемме ни? Мин бит үҙ атым менән килдем.
– Беләм. Һин граждандар һуғышында ла үҙ атың менән ҡатнашҡанһың. Орденды бушҡа бирмәйҙәр бит. Һеҙҙә хәрби оҫталыҡ бар. Ҡыҙҙарҙы өйрәтеү өсөн олораҡ кеше кәрәк бит. Ул ҡыҙҙарҙың ғаиләһенән айырылып ошо һуғышҡа ынтылыуы үҙе бер батырлыҡ булһа, икенсенән ул улар өсөн тра-ге-ди-я, – тип һуҙып бөтөрҙө, – Бына мин ҡыҙҙар килә тигәс, хатта ҡайғырып йөрөйөм. Немец Ленинград менән Сталинградҡа етте бит. Әйтеүе генә анһат.
– Ярай, улай булғас, тыңлайым, миңә китергә рөхсәт итегеҙ, иптәш полковник, – тип, боролорға ашыҡты.
– Рөхсәте рөхсәт тә ул, тик танышманыҡ бит әле. Мин Мартынов Евгений Петрович булам. Бына шул ҡыҙҙарҙы беҙ бергә өйрәтеп, бергә алып китәсәкбеҙ. Бәлки ике ай урынына бер ай ҙа булыр. Фронт диктует, – тине.
Дәминдәров бүреген ҡулына алып сығып китте. Штабтағы ике командир адьютанты менән карта асып ҡыҙыл тамғаларҙы ҡарап, элемтәсе егет индереп биргән таҫманан тағы ла өҫтәп билдәләр ҡуйырға тотондолар.
2.
Дәминдәров менән Арефьев райондарға сығып, ҡырҡҡа яҡын ҡатын ҡыҙҙы йыйып алып килделәр. Араларында фельдшер курстары тамамлағандары, хатта медучилище дипломы менән булғандары ла бар ине.
Ҡулдарында белем тураһында төрлө ҡағыҙҙары булғандарын Арефьев алды. Уларҙың күбеһе шәфҡәт туташтары ине.Ҡалған егермеһе Дәминдәровҡа ҡалды. Тәүге танышыу һәр ике яҡ өсөн ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та тойолдо.Ҡыҙҙарҙың иң олоһона егерме дүрт йәш, иң кесе икеһенә ун һигеҙ йәш. Инде күптән ҡырҡтың өҫтөндә торған мыҡты кәүҙәле, олпат ир өйөндәге ошо ҡыҙҙарҙан саҡ ҡына йәш балаларын уйлап алды. Уның да улына ун биш, аҫырарға алған ҡыҙына ун ете йәш. Уҙен шул минутта хатта атай урынына ҡуйып та ҡараны. Береһенә лә
Ҡыҙҙарға өндәшкән һайын:
– Атай, тиҙерәк ҡайт. Һине лә атты ла һағынабыҙ бит, – тип илашҡаны күҙ алдынакилә, әйтерһең эргәһендә илап торалар…
Ҡыҙҙарға һуғыш серҙәрен өйрәтеү ике ай урынына ай ярымда тамамлап, уларҙан хатта имтихан кеүек һынау алып, бөтәһен бергә үҙе оҙата китте. Арефьев штабта яңы килгән егеттәр менән ҡалды.
Уларҙы тура Сталинград фронтына оҙаттылар. Тәүгә ҡулдарына ысын пистолет, арҡаларын мылтыҡ аҫҡан ҡыҙҙарҙың күбеһендә тағы тиҙ ярҙам күрһәтеү кәрәк – ярағы тултырылған сумкалары ла бар. Минһаж ике йәтеш кенә кәүҙәле ҡыҙҙы ашханаға ярҙамсы итеп ҡалдырҙы.
Ҡалғандар менән тәүге атакаға әҙерләнергә окоптар буйлап таралдылар.
– Балаҡайҙарым, окоптан баштарығыҙҙы күтәрмәгеҙ, тик бүректәрегеҙҙе генә штыкка кейҙереп ҡалҡытығыҙ. Бөтәгеҙ ҙә түгел. Берегеҙ генә. Шунан белерһегеҙ дошман ҡайһы тирәлә икәнен. Окопта эйелеп йөрөгөҙ. Онотмағыҙ, бында мин һеҙҙе көтөп торһам, тегендә әсәйҙәрегеҙгә кәрәкһгеҙ. Һеҙ дошманға тик үле килеш өҫтөгөҙҙөн үтер өсөн генә кәрәкһегеҙ. Ҡурҡмағыҙ. Һеҙҙе өйҙә көтәләр, – тине, тик һуңғы һүҙҙәрҙе әйткәндә,тауышы ҡалтырап, танау буйы ла еүешләнеп китте.
Эй, Хоҙайым! Нисек итеп ошо балаларҙы утҡа тыныс ҡарарға өйрәтәм инде. Үҙ балаларым кеүек өйрәндем бит әле, тип уйланы. Дошман яғында көслө атыу һаман был яҡҡа яҡыная, ҡыҙҙар Минһаж өйрәткәнсә окоп буйлап таралыштылар. Ҡапыл ғына әсе итеп ҡатын ҡыҙ тауышы ишетелде.
– Иптәш командир, радист яраланды. Санитар. Санитар, радисты алығыҙ! Ах! Һеҙ шулаймы әле!?. – тигән тауыштың артынан бер туҡтауһыҙ мылтыҡ тауышы ишетелде.
Мылтыҡ тауышы баҫылды. Минһаж ҡыҙҙың тауышы яғына ата- ата йүгерҙе. Барып етте һәм ултыра төшө яҙҙы.Юҡ, юҡ, командирға бушаҡлыҡ күрһәтергә ярамай. Ул ерҙә ятҡан яралы радисты бәйләп булашҡан санитарҙың һул ҡулы яраланған, эргәһендәге ҡыҙ яраланып ултыра төшкән ине. Улар ултырған ерҙән саҡ ҡына ситтәрәк снаряд шартлап соҡор яһаған һәм ярсыҡтары өсөһөн дә яралаған. Радист ике тапҡыр яраланған. Санитар һыңар ҡулы менән булһа ла яралыларҙы бәйләргә тырыша. Минһаж уға ярҙам итте. Бөгөнгө алышта юғалтыу булмаһа ла, унлап кеше яраланған, араһында уның ҡыҙҙарынан икәү яраланған ине.
– Хәҙер ҡыҙҙар,хәҙер сабыр итегеҙ. Хәҙер лазаретҡа оҙатырбыҙ.
Үҙе шулай тиһә лә, уларҙы лазаретҡа ебәрә алыуына ышанып етмәй ине. Бары блиндажға алып барып еткерә алды.
Тәүге алышты ул артыҡ юғалтыуҙар юҡ тигән уйҙа туҡтап ҡалды. Икенсе көнөнә уларға ҡыҙҙар менән бер бәләкәй генә ҡалҡыулыҡты һаҡлар өсөн окоптар ҡаҙып әҙерләнергә ҡуштылар. Был ҡалҡыулыҡтың өс яғы һыу ине. Бер йылға, күрәһең ҡалҡыулыҡты урап аға. Ҡараңғынан тороп окоп ҡаҙып нығытмалар эшләнеләр. Кисәге яраланған иптәштәре өсөн ҡыҙҙар тағы нығыраҡ тешләнеп, дошманға ғәйрәтләнәләр ине. Ҡалҡыулыҡты улар, әлбиттә һаҡлап алып ҡалдылар, тик ҡыҙҙарҙың береһе яраланды, береһе снаряд соҡорона күмелеп, саҡ ҡотҡарып алдылар. Хәҙер Минһаж Кәримович Ҡыҙҙарға Минһаж ағайға әйләнде. Ул барыһына ла:
– Былай фамилярно мөрәжәғәт итмәгеҙ. Һеҙ миңә балаларым кеүекһегеҙ, – тигәс, шулай тиҙәр ине.
Тик араларында шаяныраҡ Катерина исемле ҡыҙ ғына:
– А я вдруг влюблюсь, что тогда, лучше Мингаж Каримовичем остантесь. Так солидно, – тип барыһын көлдөрөп алды.
Минһажға ярҙамға килә торған ике командир һаман килеп етә алмай, ялан күхняһын һөйрәп йөрөгөн аттар ҙа йонсоно, бүләбеҙ тигән танкыларҙың да тик икеһе генә килде. Ошондай яфалар менән дүрт- биш айҙан ашыу ваҡыт үтте. Март буран баҫылғас, килеп етмәгән танкылар ҙа, ярҙамсы командирҙар ҙа, аттар өсөн ҡараусы ла, алмаш аттар ҙә, хатта тағы бер ашнаҡсы ла килгәйне.
Ҡалҡыулыҡты һаҡлап ҡалғандан һуң Өфө янындағы Дим биҫтәһендәге командирҙың өйрәткәнен иҫкә алып ул һәр һөҙөмтәле еңеү өсөн ҡыҙҙарға Рәхмәт хаттары, миҙалдарға юлламалар яҙып ебәрә торҙо. Ҡыҙҙарҙы нисек тә күңелдәрен күтәргеһе килә ине. Һәр алышҡа улар:” беҙҙең артта Ватан, әсәйҙәребеҙ, туғандарыбыҙ. Шуның хаҡына был алыш та еңеү менән тамаланһын. Дошманды нисек т әсигендерерлек итеп һуғышайыҡ!”–тигән теләктәрен доға урынына уҡып сығалар ине.
Был юлы ярҙамға килеүселәр менән бергә штабтан
– Ҡәҙерле һалдаттар, беҙ барыбыҙ ҙа ил алдындағы изге бурысты үтәйбеҙ. Беҙҙең артта Ватан, тыуған еребеҙ. Алда тағы ла әллә күпме беҙҙең ил дошман аяғы аҫтында тапала. Беҙ ошо еребеҙҙе ҡотҡарырға тейешбеҙ. Беҙҙең еңеү – өмөт менән, ауыҙҙарынынан һуңғы ризыҡтарын беҙгә бүлеп биреүсе туғандарыбыҙ өсөн бик тә кәрәк. Шуларҙы дөрөҫ аңлаған өсөн беҙгә иптәш Сталин ошондай фарман ебәрә.
Фарманды уҡып бөткәс, башта ҡыҙҙарҙың бер 6-7- һенә Рәхмәт хаты, бер нисәһенә миҙәл, әлеге Баймаҡ ҡыҙы Катерина менән Минһаж Кәрим улына орден тапшырҙы. Минһаж ҡыҙҙар өсөн ныҡ шатланһа ла, үҙе өсөн уңайһыҙланды. Өйҙән сығып киткәненә һигеҙ ай ай ғына йөрөп орден алыу уға оят булып тойолдо. Полковник уның арҡаһынан һөйөп алды ла:
–Ҡыҙҙар, командирығыҙҙан өлгө алығыҙ! Һеҙгә лә орден миҙалдар буласаҡ. Тик илде генә һаҡлап алып ҡалайыҡ Гитлерҙән! – тип, һәр береһенең ҡулын ҡыҫып сыҡты, ашханала бындай тантанаға ярашлы өҫтәмә паек та бирергә рөхсәт итте. Һәр береһе менән тигәндәй һәйләшеп, Минһажға килеп еткәс:
– Һин, иптәш командир, ҡайҙан?– тип, һораны.
– Һаҡмар буйы, Апай тауы янындағы ауылдан.
– Апай тигән тау буламы. Ирәндекте беләм, ә уны юҡ.
– Ә ул элекке тарих, әкиәт кеүегерәк.
– Улай икән. Балаларың барҙыр.
– Эйе. Бер улым, ике ҡыҙым, тағы туғандарымдың балалары миндә. Ата- әсәләре үлде.
– Ярай, бог даст, уларың янына тере ҡайтырһың. Һин ике һуғыш күргән кешеһең бит инде, – тине хушлашҡанда.
Ҡарағай һынлы төҙ, олпат кәүҙәле, ике һуғышты күргән Минһаж Кәрим улы Дәминдәров ҡыҙҙар менән тағы күпме бергә буласаҡ, улар менән күпме етәкселек итәсәк – берәүгә лә билдәле түгел. Бына ошо ҡыҙҙарҙы ул, бәлки һуңғы тынын алғанда ла күҙ алдына баҫтырыр. Һәр береһенең күҙен йомдороп, кешегә һиҙҙермәй аят уҡыған саҡтарын хәтеренә төшөрөр… Кем белә инде. Әле Сталинград янында тағы ла көслөрөк атакалар көтә ҡыҙҙарҙы. Ҡыҙҙар менән етәкселек иткән өс командир ҡыҙҙарҙың ғүмере өсөн һыҙланып яталар ҙа, асыу менән атакаға ташланалар. Улар алда булмаһа, ҡыҙҙарҙы ҡурҡыу биләр, тип уйлайҙар. Улар балаһының һыҙланыуҙарын үҙе күтәрергә әҙер булған әсә кеүектәр ине…