logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“УҠЫТЫУСЫ – ЯҘЫУСЫ” ПРОЕКТЫНДА – ТАҢҺЫЛЫУ ЙӘНТҮРИНА

Таңһылыу Зиннәт ҡыҙы Йәнтүрина 1951 йылдың 20 ноябрендә Юлыҡ ауылында тыуған. Әсәләре Рәхимғолова Камал Минһаж ҡыҙын күрше ауыл мәктәбенә директор урынбаҫары итеп күсереү сәбәпле, ғаиләләре 1957 йылда Ишбирҙе ауылына күсеп бара.
Ишбирҙе һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең ете класын тамамлағандан һуң, Баймаҡ интернат–мәктәбенә уҡырға бара. Сибай педагогия училищеһын тамамлап, Ишбирҙе мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша. 1971 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына ситтән тороп уҡырға инә.
Өфөнөң 1-се Башҡорт республика интернат–мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы була, Ишбирҙе урта мәктәбендә директорҙың уҡыу – уҡытыу буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара, Ҡ.Дәүләткилдиев исемендәге һынлы сәнғәт гимназияһында тәрбиәсе булып эшләй. Тормошҡа сығып, ике балаға ғүмер бүләк итә.
Хаҡлы ялға сыҡҡас ижадҡа тотона. “Бәйге – ғүмер” исемле китабы республикабыҙҙа тәүге эшҡыуар, башҡорт милли кейемен тергеҙеүсе бер туған ағаһы Рәхимғолов Вилүр Зиннәт улына арналған. Әлеге ваҡытта “Ҡояшым, һүнмә!” исемле роман өҫтөндә эшләй. Шиғыр, мәҡәләләре район һәм республика матбуғаты биттәрендә даими донъя күреп тора.

ҠЫЛЫНМАҺА ӘГӘР ДОҒАЛАРЫМ…
Ҡылынмаһа бөгөн доғаларым – күңелемдең сите кителер,
Аяҙ күкте ҡапыл болот ҡаплар, диңгеҙ сайпылыр ҙа түгелер…
Ҡылынмаһа бөгөн доғаларым балаларым ҡалыр терәкһеҙ,
Туғандарым, дуҫ – иштәремә лә доға уҡыр өсөн кәрәкмен.
Ҡылынмаһа бөгөн доғаларым йондоҙ яуыр кеүек күктәрҙән.
Ҡая хатта емерелер төҫлө, йәшен йәшнәр аяҙ күктәрҙә.
Ҡылынмаһа бөгөн доғаларым ер тынсымаҫ кеүек тә…
Барлыҡ донъя уҡыһа доғаһын, зекер итеп Бөйөк Аллаһын,
Ерҙе бәхет ҡаплар кеүек тә…

БЕЛҺӘҢ ИКӘН…
Яҙмыш ҡәләмдәре, яҙа – яҙа, нисек бөтмәй икән ҡараһы,
Беҙгә уның яҙғандарынан тайпылмайса ғына бараһы.
Белһәм икән алдан нимәне үҙем менән бергә алаһы,
Кемде тоғро юлдаш итәһе, ә кемдәрҙән ҡасып ҡалаһы,
Булмаҫ ине шул саҡ үкенәһе, әсе күҙ йәштәре түгәһе,
Яңылышыу, абыныу – ҡат-ҡат, ғүмер үтте зая, тип һүгәһе.
Күпме ҡалған алда үтәһе – кем һуң белә күпме күрәһем?
Ҡалған күпме һыуҙар эсәһем, ниндәй кисеүҙәрҙе кисәһе,
Изгелектәр күпме сәсәһе, күпме ҡалған икән йәшәйһе?..
Яҙмыш ҡәләмдәре, яҙа – яҙа, ҡалдымы икән уның ҡараһы –
Кем һуң бирер уның яуабын?..

ЯҘМЫШЫМ БИТ КҮККӘ УЙЫЛҒАН
Ғүмер үтә аҡҡан һыу кеүек, йәшәүҙәрем – тауға артылыу.
Менәм – төшәм һиҙмәй арыуым – алға, һаман алға барыуым.
Юлым оҙон кеүек тойолһа ла, булды ҡыҫҡа: үтте – китте, юҡ.
Йөгөм, тороп ҡалмай, арта ғына, ташлап китер генә әмәл юҡ.
Һәр кемгә лә әҙерләнгән алдан: кисереүҙәр, яныу – көйөүҙәр.
Мин күтәрер йөктө кем күтәрһен – ул бит минең өсөн бирелгән.
Һынауы ла алдан яҙылған бит – мин үтмәйсә, уны кем үтһен.
Артҡа табан инде юлдар ябыҡ, күперҙәрем янған, һүтелгән.
Сама самаларға тура килмәй, күрәһеләр инде күрелгән.
Күктә улар нисек яҙылған – барыбер ҙә шулай үтелгән.
Яҙмыш ебе нисек үрелгән – барыһына инде күнелгән.
Сабыр ҡанаттары нығынған, алға табан һуҡмаҡ һыҙылған,
Оҙонмо ул, әллә ҡыҫҡамы – алда туҡтар нөктә ҡуйылған…
Яҙмышым бит күккә уйылған…

ҮТКӘНГӘ ЮҠ ҮПКӘМ
Был йыл инде үткән, һис тә юҡтыр үпкәм, үткәндәрҙе һүтәм,
ҡабат-ҡабат үтәм.
Яҙылғанмы күктән, нәҫелдәнме күскән – йәнгенәмә төшкән
әрнеүҙәргә түҙәм.
Ауырлыҡтарыңа бирешмәйем, күнәм. Беләм уны күптән:
нәҫелем бит күндәм.
Ҡара еңеш аҡтан, ғәфү итсе, Аллам, биргәнеңә түҙәм,
ҡабулдарҙан ҡылам.
Ҡайтмаҫ өсөн ергә бер яҡыным китә, рәнйештәргә һалып
бер яҡыным һата.
Алыҫая бара, һалҡыная ара, яҡынайтып ҡара – ғүмер үтә бара.
Уйламаған – һүгә, көтмәгәне – үбә, уттан – һыуға һала,
йөрәгем бит түҙә.
Үткәндәрем – һабаҡ, өмөттәрем – ҡанат, хаталанмам ҡабат,
Яҙмышҡайым, ярат, ярат, мине, ярат…

ИЗГЕ СӘФӘР
Ата-бабам йәйәү ҡылған алыҫ илгә сәфәр ҡылдым.
Йылдар буйы үткән юлды мин бер көндә үтә алдым.
Ер шарының кендегенә барырымды кем белгән?
Иң бәхетле кеше генә унда сәйәхәт ҡылған.
Башҡа һауа, һыу ҙа дауа, бында бит башҡа донъя!
Йән һәм тән бергә тоташҡан, Аллам ҡаршында бар ҙа.
Әйтерһең, килеп эләктем әкиәт донъяһына.
Әллә ожмахҡамы

  • икән – сихри моң даръяһына…
    Башҡа донъя, башҡа заттар – барыһы ла саф һәм аҡ.
    Торамын Аллам ҡаршында баш эйеп, ғәфү һорап.
    Бәндәселек менән ҡылған гонаһтарым етерлек,
    Үҙем өсөн генә түгел – барыһын ғәфү итерме?!
    Ете ырыуым, ете затым, таныш-тонош түгелдәр,
    Һоранылар – үтәр кәрәк: һорап башым эйелгән.
    Барыһы ла йөкмәттеләр: Аллам һиңә бирер, тип.
    Булдым көн-төн намаҙлыҡта, бурыс булып йөрөр, тип.
    Ырыуым араһынан мин – һайланған бәндәңмендер,
    Рәхмәтлемен яҙмышыма: башҡа донъя әйләнде!
    Иртәме – һуңмы, һәр бәндәң килер шулай ҡаршыңа.
    Юл асҡаның өсөн миңә – баш орамын ҡаршыңа.
    Изге юлға баҫтырғанға, еткергәнгә моратҡа,
    Үҫтергән өсөн улымды изге итеп, ир-атты.
    Уттан ,һыуҙан, хәүефтәрҙән, аңһыҙ ҡазаларыңдан,
    Хәрәмдәрҙән, ауырлыҡтан бер үк, Тәңрем, арала!
    Теләгән һәр бер теләге алдына килеп торһон,
    Янында булған һәр кем изге юлға боролһон!

    ИЛАЙ ИКӘН ҠАПҠАЛАР
    Аллаһ ҡолдарының һәр береһе өсөн күктә тора икән ике ҡапҡа:
    Береһе – көтә икән изге ғәмәл, береһенән төшә ризыҡ – әмәл.
    Китһә, кеше фани донъяларҙан һағынып, илай икән ҡапҡалар.
    Иманһыҙға иламаны күк тә, ер ҙә, ғазабы ла һуңға күсерелмәне:
    Сөнки, ти, илап, хәтергә алырлыҡ, бер генә изгелек тә күтәрелмәне.
    Иманлы бәндә ситтә ятып ҡалһа, илап оҙатыр кешеһе булмаһа,
    Ер һәм күк үҙе илап оҙатыр – игелектәр генә ҡылған булһа.
    … Иҫтә һәр саҡ яуҙа ауғандар, иленән ситтә башын һалғандар.
    Ер ҙә, күк тә илап оҙатҡандыр, йәне лә шуға тынғы тапҡандыр…

    БЕЛЕП САМА
    Көнмө-төнмө, төнмө-көнмө – тартыш бара.
    Һинме-минме, әллә улмы – ярыш бара.
    Ғүмер буйы һинең, минең һәм дә уның араһында.
    Тынғы тапмай, урын тапмай барыбыҙ ҙа.
    Тормош ҡуя үҙ урынына барыһын да.
    Кемде ҡуя беренсегә – белеп бара.
    Көнмө-төнмө, һинме-минме – бөлөп бара.
    Ошо тартыш араһында ғүмер бара.
    Ғүмер бара, артҡа түгел, алға таба.
    Үҙ ҡануны, үҙ тәртибе – кәлеп һала.
    Буйһоноуҙан башҡа беҙгә юҡтыр сара.
    Көнгә лә бит төн буйһондо – ана, ҡара!
    Еңелер һәм еңер өсөн белеп сама.
    Йөрәгеңә һалып, барын үлсәп ҡара…
    … Белеп сама…

    УЙ – МӨҒЖИЗӘ…
    Уй – мөғжизә:
    Уйылаһың үткәнгә,
    Күтәрә ул күктәргә.
    Ҡушылаһың көткәнгә,
    Күпер һала иртәнгә.
    Ҡайғыны ла үткәрә,
    Шатлыҡты ла күтәрә.
    Хыял аша тормошҡа,
    Ниңә хыял ҡормаҫҡа?
    Вайымһыҙға ут һала,
    Бошмаҫты уйға һала.
    Ҡайтып булмай, тип, үткәнгә
    Үпкәләһәң – үпкәлә.
    Барыбер уй – мөғжизә!

    ҮТТЕ ШУЛ…
    Үтте шул көнөм… үткәрмәҫкә ине,
    Китмәй тор, тиеп үртәлмәҫкә ине,
    Үтмәй тор, тиеп үтенмәҫкә ине,
    Үтте бит, тиеп үкенмәҫкә ине.
    Үҙәккә үтеп үтте лә китте…
    Беҙ икәү бергә үткәргән көн ине…
    Үкенескә һалып, үтмәһен ине шул…
    Үтмәһен ине… үтте шул… үтте…
    Шул көндәй ғүмер… үтте лә китте…
    Үкенесле ғүмер…
    Үткенсе ғүмер…