Урғаҙа ауылының китапханаһында сатира һәм юмор журналы “Һәнәк” хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу үтте.
Йәнле, файҙалы осрашыуҙы Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапхана директоры вазифаһын башҡарыусы Гөлназ Сабирова алып барҙы.Журналдың баш мөхәррире, шағир, яҡташыбыҙ Илгиз Ишбулатов был сәфәрҙең маҡсаты тураһында һөйләне, журналдың 100 йыллыҡ тарихына байҡау яһаны, шулай уҡ үҙенең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Биҙәлеш мөхәррире Артур Василов журналға яҙылыусыларҙың портреттарын эшләп ҡыуандырҙы. Ә инде журналдың яуаплы сәркәтибе, прозаик, сатирик Марат Әминев килгән тамашасыларҙы төрлө мәрәкәле хәлдәр һөйләп көлдөрҙө. Мөхәмәт Минбагисов ҡунаҡтарга матур йыр-сәләм бүләк итте. Осрашыу барышында “Һәнәк” журналына яҙылыу ойошторолдо. Осрашыуға килгән тамашасыларға сара бик оҡшаны, уларҙың барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ!