logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

«Ҙур һәм татыу ғаилә йылы»

Йыл һайын Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында йылды асыу тантанаһы үткәрелә. Быйыл Рәсәйҙә иғлан ителгән «Халыҡтар берҙәмлеге» йылына һәм Башҡортостан республикаһында «Ҙур һәм татыу ғаилә йылы» тип иғлан итеү айҡанлы китапханаға райондың ҡатнаш һәм күп балалы ғаиләләре саҡырылды. Улар: Аҡморон ауылынан Хәмзә һәм Дамира Әбилевтар, Баймаҡ ҡалаһынан Рөстәм һәм Зәлиә Тошпулатовтар, Һаҡмар ауылынан Юрий һәм Гөлнара Ходаковтар, Бикеш ауылынан Сергей һәм Нина Ковалевтар, Баймаҡ ҡалаһынан Зәбир һәм Дина Хәлитовтар, Наталья Галина һәм шулай уҡ күп балалы әсәй Зөлфиә Боҫҡонова ҡатнашты. Баймаҡ районы һәм ҡалаһы буйынса ЗАГС бүлеге етәксеһе Ләйлә Ирек ҡыҙы һәм “Ғаилә” үҙәге директоры Артур Людвиг улы сығышынан һуң килгән ҡунаҡтар менән түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү ойошторолдо. Был әңгәмәлә ғаиләләр үҙҙәре менән яҡындан таныштырып, ғаилә йолалары, уның үҙенсәлектәре, үҙ-ара мөнәсәбәттәре тураһында һөйләп, ғаиләлә килеп сыҡҡан ҡыҙыҡлы ваҡиғаларын да иҫтәренә төшөрөп үттеләр. Дамира Марат ҡыҙы татарса, Наталья Алексеевна украинса йырлап күрһәтһә, ә инде Рөстәм Шукурулла улы үзбәк телендә ғаиләләрҙе ҡотлап үтте. Юрий Михаил улы ҡул эштәренән торған бик матур күргәҙмәһе менән таныштырҙы. Был сарала беҙ һәр ғаиләнең үҙенсәлегенә һәм уңғанлығына һоҡландыҡ. Китапхана хеҙмәткәрҙәре төрлө милләтәрҙең ғаиләһен, йолаһын, мәҙәниәтен, көнкүрешен сағылдырған китаптар парадын тәҡдим иттеләр. Баймаҡ ҡалаһының Ғ.Сөләймәнов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыларының дәртле марий бейеүе (етәксеһе Аҡсарова Ә.Н.), “Ирандыкские зори” (етәксеһе Әмирханова Ф.Ш.) ансамбленың сағыу, рухлы йырҙары сараға йәм өҫтәне.

В нашей библиотеке состоялось мероприятие, которое собрало замечательные семьи! Мы отметили важные для страны и республики даты — Год народного единства Росси, Год большой и дружной семьи в Башкортостане. Среди гостей были: Хамза и Дамира Абилевы из села Акмурун, Рустам и ЗалияТошпулатовы из г. Баймака, Забир и Дина Халитовы из г. Баймака, Юрий и Гульнара Ходаковы из с. Сакмар, Сергей и Нина Ковалёвы из села Бикешево, Наталья Галина и многодетная мама Зульфия Бускунова. Также на встрече присутствовали: руководитель отдела ЗАГС Баймакского района Лейла Ириковна Сулейманова и коллектив центра «Семья» под руководством Артура Людвиговича Хайдарова. После тёплых поздравлений Лейлы Ириковны и Артура Людвиговича мы организовали беседу за круглым столом. Семьи поделились историями, рассказали о традициях и интересных событиях. Дамира Маратовна исполнила песню на татарском, Наталья Алексеевна — на украинском, а Рустам Шукуруллович поздравил семьи на узбекском. Юрий Михайлович показал великолепное изделие ручной работы. Сотрудники библиотеки провели парад книг, которые рассказывают о традициях, культуре и быте разных народов. Яркий марийский танец воспитанников ДШИ им. Г.Сулейманова и песни ансамбля «Ирандыкские зори» подарили участникам мероприятия незабываемые эмоции!