“Ҡурайсылар төйәге”
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Ҡурай көнөнә һәм Буранбай сәсәндең тыуыуына 260 йыл тулыуға арналған “Ҡурайсылар төйәге” библиокүрһәткесенең исем туйы үтте. Унда Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Халыҡ-ара, Бөтә Союз, Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсы еңеүсеһе Рауил Хәсәнов, төрлө республика ҡурай конкурстары лауреаты Буранбай сәсән исемендәге район ҡурайсылар ансамбленең етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илнур Аслаев һәм Буранбай сәсән исемендәге ҡурайсылар ансамбле ағзаһы, республика ҡурай конкурстары лауреаты, Ғата Сөләймәнов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенең ҡурай буйынса балалар ансамбле етәксеһе Камил Фәйзуллин, шулай уҡ Буранбай сәсән исемендәге ҡурайсылар ансамбле ағзаһы, юғары категориялы уҡытыусы, ҡурай һәм йыр буйынса “Оҙон көй”, “Дуҫлыҡ моңо”, Ирәндек моңдары”, шулай уҡ Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй конкурстарының Гран-приһын яулаусы Рәил Хәсәнов, педагог, тыуған яҡты өйрәнеүсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны, Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы алдынғыһы, “Ҡурайсылар иле” китабы авторы, Б.Вәлид премияһы лауреаты Фәниә Кәримова, Ғата Сөләймәнов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенең ҡурай класы буйынса педагогы, “Мелодии для курая” китабы авторы Хәлил Биктимеров, 1-се мәктәп янында эшләгән “Ҡурай” музейы етәксеһе Эльвира Мырҙабаева, шулай уҡ Рәйес Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары, йыр-моңға битараф булмаған шиғри күңелле әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашты.
Сара арҙаҡлы ҡурайсылар башҡарыуында башҡорт халҡының “Урал” көйө менән асылды. Кисәлә Рауил Сәфәрғәле улы Баймаҡта эшләгән сағында Ғата Сөләймәнов исемендәге сәнғәт мәктәбендә ҡурай класын асыу тарихын һөйләһә, Илнур Ринат улы Буранбай сәсән исемендәге ансамблдең бөгөнгө ҡаҙаныштары хаҡында бәйән итте. Рәил Сәфәрғәле улы мәктәптә ҡурай түңәрәгендә балаларҙың теләп шөғөлләнеүен, тик ҡайһы бер әсәйҙәрҙең ҡаршы булыуҙары хаҡында әсенеп сығыш яһаны. Хәлил Рәфил улы яңы китабына үҙенең һуңғы 10 йыл эсендә балаларҙы ҡурайҙа уйнарға өйрәтеү өсөн яҙған көйҙәре инеүе хаҡында һөйләне. Фәниә Муса ҡыҙы 1-се мәктәптә Ҡурай музейына мәғлүмәттәр туплау барышында “Ҡурайсылар иле” китабын сығарыуы тураһында һөйләһә, музейҙың бөгөнгө етәксеһе Эльвира Рәис ҡыҙы музей менән таныштырҙы, уҡыусыһы Эльвир Ҡангилдин башҡорттарҙың ҡурайҙы ҡырҡып алғандағы һамағын һамаҡлап, ҡурай уйнап күрһәтте. Кисәлә Рәйес Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары Рәйсә Иҫәнбаева, Зәкиә Сөләймәнова, Көнһылыу Сөләймәнова, Нәфисә Мәмбәтова, Фәриҙә Исмәғилева, Риана Вәлиева, Клара Урызбаеваларҙың халҡыбыҙҙың милли ҡоралына арналған шиғырҙары, ҡурайҙа дәртле бейеү көйҙәре, һағышлы башҡорт йырҙары яңғыраны.