logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Урал батыр” эпосының әҙәби визиткаһы”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Бойороғона ярашлы, 8 июндә Башҡортостанда тәүге тапҡыр “Урал батыр” эпосы көнө билдәләнәсәк. Был көн башҡорт халыҡ эпосын һаҡлау, үҫтереү һәм популярлаштырыу маҡсатында булдырылған. «Урал батыр» эпосы Башҡортостандың ете мөғжизәһенең береһе булып тора, ТӨРКСОЙ-ҙың матди булмаған мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелгән, ЮНЕСКО-ның «Кешелектең ауыҙ-тел һәм матди булмаған мираҫы шедеврҙары» исемлегенә индереүгә кандидат булып тора.

“Урал батыр” эпосы көнө һәм эпостың Баймаҡ ерлегендә яҙып алыныуына 115 йыл тулыуы айҡанлы Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында “Урал батыр” эпосының әҙәби визиткаһы” исемле ҙур сара үтте. Унда Йылайыр районы Ҡашҡар ауылынан ошо ауыл биләмәһе башлығы Зөһрә Зәйнуллина, Икенсе Этҡол ауылынан Мораҙым Хәлилов етәкселегендәге делегациялар, Баймаҡ ҡалаһының балалар ижады үҙәгенең мәғариф ветераны, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы Рәйлә Әкрәм ҡыҙы Бикбирҙина, “Айыуҡай” балалар баҡсаһы базаһында эшләгән “Урал батыр” мәктәбе етәксеһе Гөлсиә Ноғоманова, 4-се лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы уҡытыусыһы Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙы Иҫәнбаева-Мырҙағәлина һәм “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса уның уҡыусыһы Әмилә Мырҙағәлина, “Урал батыр” эпосының 4500 юлын да яттан белеүсе, бөгөнгө көндә район мәҙәниәт йортонда методист булып эшләүсе Гөлнара Ҡазарбаева, Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернатының 5-се класы уҡыусыһы, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса бихисап район һәм республика конкурстары лауреаты Дилбәр Фәритова, шулай уҡ Рәйсә Юлғотлина етәкселегендәге Баймаҡтың 4-се лицейының 8-се класы уҡыусылары, китапханасылар ҡатнашты.

Халҡыбыҙҙың үлемһеҙ ҡомартҡыһы «Урал батыр» эпосының 115 йыл элек  беҙҙең ерлектә мәшһүр сәсәндәребеҙ Ғәбит Арғынбаев һәм Хәмит Әлмөхәмәтовтарҙан фольклорсы Мөхәмәтша Буранғолов тарафынан яҙып алыныуы – баймаҡтарға ғына түгел, бөтә донъя әҙәбиәте өсөн дә аҫыл мираҫ ул. Ғалим, тел белгесе, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Ғәйнислам Ибраһимов, эпосты төрөк теленә тәржемә итеп, милли ҡомартҡыбыҙҙы бөтә төрки донъяһына танытты. Кисәлә тарихсы Мораҙым Хәлилов эпосты яҙып алыу тарихын һәм урынын нисек табыуҙары хаҡында йөкмәткеле итеп бәйән итте. Халҡыбыҙҙың рухи мираҫы булған мәшһүр “Урал батыр” эпосын йәшәтеүсе данлыҡлы Ғәбит, Хәмит һәм Мөхәмәтша сәсәндәребеҙгә дан! Әйткәндәй, киләһе йыл Хәмит сәсән Әлмөхәмәтовтың тыуыуына 165 йыл тула. Тимәк, тағы ла осрашыуҙар, фекер алышыуҙар буласаҡ әле.

“Урал батыр” эпосы тәүге тапҡыр 1956 йылда күп томлыҡ “Башҡорт халыҡ ижады“ серияһында баҫыла. 1975 йылда Мәскәүҙә 200 томлыҡ “Бөтә донъя әҙәбиәте китапханаһы“ серияһында “Урал батыр“ эпосы рус телендә донъя күрә. Һуңғы йылдарҙа эпос словак, төрөк, инглиз телдәрендә баҫылып сыҡты. Был күренеш башҡорт эпосының донъя әҙәбиәтенә инерлек әҫәр булыуын раҫланы.

2000 йылдарҙа “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе республика йәш сәсәндәр бәйгеһе энтузиаст башҡорт теле уҡытыусылары, фольклорсылар ярҙамында оло ҡолас алды. Мәҫәлән, иң тәүге район конкурсында еңеүселәр башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәйсә Иҫәнбаеваның өс уҡыусыһы: Венер Кашапов, Руслан Мансуров, Ләйлә Иҫәнбаева була. Кәрешкә мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Яңылбикә Вәлишинаның апалы-һеңлеле ике уҡыусыһы, эпосты тотош һәм 7 телдә ятлап, музыка ҡоралдарында уйнап, республика конкурсында Гран-при яуланы. Балалар ижады үҙәгенең фольклор бүлеге етәксеһе Рәйлә Бикбирҙинаның тәрбиәләнеүселәре командаһы менән республика конкурсында еңеүгә өлгәште. Үҙе баянда, мандолинала, ҡумыҙҙа уйнап, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарған Рәйлә Әкрәм ҡыҙы йыл һайын районда “Урал батыр” эпосын, ҡобайыр һөйләүселәр конкурстарын үткәрҙе. Шулар араһынан иң-иңдәрҙе һайлап алып, республика конкурстарында ҡатнаштырып, беренсе урын, Гран-при яулауға өлгәште. Рәйлә Әкрәм ҡыҙы “Урал батыр” эпосы менән янып эшләгән йылдарын һағынып иҫкә алды. Шул ваҡытта республикала Кәрешкәнән Вәсилә Ҡазарбаева Гран-при яуланы. Ә уның 5 йәшлек кенә һеңлеһе – Гөлнара Ҡазарбаева, апайына эйәреп кенә шиғыр һөйләп, йәше етмәгәнгә күрә, Гран-при урынына беренсе урын менән бүләкләнә. Кисәлә ҡатнашыусы Гөлнара “Урал батыр” уның тормошонда ҙур урын алып тороуы – уны сәхнәгә сығарыуы, оло тормошҡа өйрәтеүе хаҡында тулҡынланып һөйләне, уны ятлаусы йәш дуҫтарына уңыштар теләне. Гөлнара йөрәктәргә үтерлек итеп эпостан өҙөктө һөйләп, ҡумыҙҙа уйнап ишеттерҙе.

Бөгөнгө көндә лә “Урал батыр” эпосының яңғырап тороуында хәҙерге быуын башҡорт теле уҡытыусыларының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Кисәлә тәүге район “Урал батыр” эпосын һөйләүсе йәш сәсәндәр бәйгеһендә еңеүсе булған һәм хәҙер үҙе лә уҡыусыларын ошо юҫыҡта тәрбиәләүсе Ләйлә Иҫәнбаева-Мырҙағәлина, кескәйҙән рухи ҡомартҡыбыҙ рухында үҫкән шәхес булараҡ, уны  ғүмерлек юлдашы итеп алыуы, өс балаһына ла өйрәтеүе, балаларының уңыштары хаҡында тулҡынланып һөйләне. Уның ҡыҙы һәм уҡыусыһы – 4-се лицейҙың 3-сө класын тамамлаусы Әмилә Мырҙағәлина, думбыра сиртеп, эпостан өҙөктө бик оҫта башҡарҙы.

Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернатының 5-се класы уҡыусыһы, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса район конкурсында инглиз телендә сығыш яһап Гран-при яулаусы, шулай уҡ “Һомай һылыуы” бәйгеһендә Гран-при яулаусы, 1-се һәм 4-се “Урал балалары тауышы”   Республика йәш сәсәндәр конкурсында 2-се һәм 3-сө дәрәжә дипломанты, бынан тыш бихисап район һәм республика конкурстары лауреаты Дилбәр Фәритова бейеп тә, думбыра сиртеп тә, ҡумыҙҙа уйнап та, эпостан өҙөктө сәхнәләштереп күрһәтте.

Һуңғы ике тиҫтәләп йылдар арауығында “Урал батыр” эпосын балалар баҡсаһынан уҡ ятлатыу маҡсатҡа ярашлы, тигән фекерҙәр йыш ишетелә. Шуға күрә балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәре араһында ла был конкурсты ойоштороу киң ҡолас алды. “Айыуҡай” балалар баҡсаһы базаһында эшләгән “Урал батыр” мәктәбе етәксеһе Гөлсиә Мәүлетҡол ҡыҙы Ноғоманова эпостың юлдарын үҙҙәренең эшендә төрлө йүнәлеш итеп ҡулланыуҙары һәм ошо йүнәлештәрҙәре башҡарған әйтеп бөткөһөҙ эштәре хаҡында ентекле итеп һөйләне.

Донъя мифологияһы фәнендә был эпосҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу ҙур. Ғөмүмән, “Урал батыр“ эпосы фәнни яҡтан тикшереүселәр өсөн сере бөтмәҫ тылсымлы ҡоҙоҡ кеүек. Уны өйрәнеү башланып ҡына тора, тип әйтһәк тә яңылышмабыҙ, моғайын. Мәҫәлән, Сәксәй ауылында йәшәгән Мөғлифә Ғүмәрованың “Урал батыр. Эпос геройҙары эҙенән” тип аталған китабы яҙыусылар Йыһат Солтанов һәм Әхмәр Үтәбай тарафынан юғары баһа алған, мәшһүр эпосыбыҙҙы планетар масштабта өйрәнгән хеҙмәт. Китапта Әзрәҡә – ул Америка Ҡушма штаттарындағы Азрак сүллеге, Урал батыр Әзрәҡә иленә бырағытҡан таш төшкән ер – Барринджер кратеры барлыҡҡа килгән урын, Һомай  – Кумай тип йөрөтөлгән Гималай тауҙарында йәшәүсе гриф тип иҫбатлана һәм башҡа бик күп ҡыҙыҡлы һәм эпосҡа тап килгән байтаҡ дәлилдәр килтерелә.

Кисәлә ҡатнашыусы Йылайыр районы Исҡужа ауылынан Мөғлифә Үтәшева ниндәй мөғжизә менән үҙенә рухташтар табып, улар менән берлектә Белорет районында Урал батырҙың ҡәберен табыуҙары хаҡында һөйләне, шиғырын уҡып ишеттерҙе.

Урал батыр шундай изге йән булған – яуыз заттарҙан халыҡты ҡотҡарып, тере һыуҙы иң элек тәбиғәткә һибеп, ерҙә тереклек ҡалдырған. Хәҙерге заманда беҙҙең телебеҙ, йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ юғала барғанда, маңҡортлоҡ көсәйгәндә, Урал батыр беҙгә тағы ла ярҙамға килә. Был эпос беҙҙе тел, тәртип, әхлаҡ, үҙеңде тотоу, ижад йәһәтенән дә һәр яҡлап тәрбиәләй. Әҙәп ҡағиҙәләре һалынған “Урал батыр“ эпосы – хәҙерге әҙәпһеҙлек күренештәре баҫып барған заманда беҙгә нисек йәшәргә кәрәклеген күрһәтеп торған маяҡ ул. Ул беҙҙе шулай һәр ваҡыт яҡшылыҡҡа, изгелеккә, халҡыбыҙға мәңге тоғро булырға өйрәтеп торһон!

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында “Урал батыр” эпосы ингән һәм уның турала байтаҡ китаптар бар. “Аҡбуҙат” журналының һуңғы һанында “Урал батыр ерендә” тип аталған уйын күрһәтелһә, “Аманат” журналында “Һомай” йыры менән донъя киңлегендә таралған “Әй йола” төркөмө тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бар. 2024 йылда төҙөлгән “Әй Йола” этно-проекты ағзалары, “Урал батыр” эпосынан илһамланып, ата-бабаларыбыҙ йолаларын заманса музыкаль стилдәр менән ҡушып, боронғо тарихты йәнләндергән уникаль шоу тыуҙыра. “Һомай” йыры Шазам донъя чартында иң шәп биш йыр исемлегенә инде. Рәсәй рейтингында иһә трек 1-се урында, шулай уҡ Эйпл Мюзик исемлегендә иң юғары баҫҡысҡа менде. Бынан тыш “Яндекс Музыкала” йыр – 1-се, “ВК Музыка”ла – 2-се урынға күтәрелде. Туғандаш халыҡтар йәшәгән Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Әзербайжан, Төркиәлә генә түгел, Корея, Мексика, Сингапур, Бөйөк Британия, Германия, Польша, Швеция, Болгария, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре һәм башҡа илдәрҙә лә “Һомай” иң яҡшы хиттар иҫәбендә. Кисәлә ҡатнашыусылар йырҙы тамаша ҡылды.

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Гөлназ Әкрәм ҡыҙы Сабирова халҡыбыҙҙың рухи мираҫы булған мәшһүр “Урал батыр” эпосына ерҙә йәшәү өсөн һулыш биреүсе беҙҙең данлыҡлы Ғәбит, Хәмит һәм Мөхәмәтша сәсәндәребеҙ булһа, уны йәшәтеүселәр – эпосты күңелдәрендә йөрөтөүселәр һәм уны яттан һөйләүселәр булыуын әйтеп, кисәлә барлыҡ ҡатнашыусыларға ла бөйөк эпосыбыҙға битараф булмауҙары, данын таратыуҙары һәм рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлауҙа, уны киләсәк быуынға таратыуҙа үҙ өлөшөн индереүҙәре өсөн рәхмәт әйтеп, эпосты һөйләүселәргә, һәр ваҡыт еңеүгә лайыҡ икәндәрен иҫбат иткәндәре өсөн рәхмәт белдереп, тағы бер тапҡыр ҡотланы.

Эпостың йөрәге булған

“Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,

Кеше булһын затығыҙ!” тигән ике юлын кисәлә ҡатнашыусылар 3 тапҡыр ҡабатлап, үҙенсәлекле флешмоб яҙҙырҙы.

Күккә лә осор яҡшылыҡ,

Һыуға ла батмаҫ яҡшылыҡ,

Утҡа ла янмаҫ яҡшылыҡ,

Телдән дә төшмәҫ яҡшылыҡ,

Бары эшкә баш булыр,

Үҙеңә лә, кешегә лә

Мәңге ейер аш булыр, –

тигән һүҙҙәр һәр ваҡыт күңелебеҙҙә йәшәһен! Кешелеклелектең дә асылы ошо түгелме һуң? Башҡорт халҡының күңел түрендә һаҡланып килгән ихласлыҡ, батырлыҡ, тоғролоҡ һәм башҡа матур сифаттарҙы үҙ эсенә ала был өндәү. Уға тоғро ҡалайыҡ!

***

 

В Баймакской межпоселенческой центральной библиотеке прошло тематическое меропритие «Литературная визитка эпоса Урал-батыр», так как согласно Указу Главы РБ Радия Хабирова 8 июня в Башкортостане ежегодно будет отмечаться День эпоса “Урал-батыр”. Памятная дата учреждена в целях сохранения, развития и популяризации башкирского народного эпоса. Эпос «Урал-батыр» является одним из «Семи чудес Башкортостана», включен в Список нематериального культурного наследия ТЮРКСОЙ, является кандидатом на включение в Список ЮНЕСКО «Шедевры устного и нематериального наследия человечества». А также в этом году исполняется 115 лет записи эпоса на нашей местности.

Сказание «Урал-батыр» — самое древнее произведение устного поэтического творчества башкирского народа. Эпос был создан много веков назад и до появления письменности хранился в памяти сэсэнов, передаваясь из поколения в поколение народными сказителями. «Урал-батыр» в письменном виде увидел свет только в 1910 году. Записал его тогда еще 22-летний ученик Оренбургской духовной семинарии Мухаметша Бурангулов из уст Хамита сэсэна Альмухаметова и Габита сэсэна Аргинбаева рядом с дер. 2-Иткулово.

Выходец из этого села – участник мероприятия Мурадым Халилов увлекательно рассказал об истории записи эпоса “Урал батыр”. Лауреаты районных, республиканских конкурсов юных сказителей эпоса “Урал батыр” – Гульнара Казарбаева, Амиля Мурзагалина и Дильбар Фаритова – рассказали отрывки из эпоса, играли на кубызе и домбре. В 2000-е годы республиканский конкурс юных сказителей эпоса “Урал-батыр” только зарождался и приобрел огромный размах благодаря энтузиастам – учителям башкирского языка и педагогам по фольклору. Учительница башкирского языка и литературы 4-го лицея г.Баймак Лейла Мурзагалина-Исянбаева сама в детстве была первым победителем районного конкурса сказителей. Сегодня ее воспитанница и дочь Амиля является лауреатом таких конкурсов. А ветеран просвещения, руководитель по фольклору Центра детского творчества, виртуозная исполнительница народных песен, которая сама играет на баяне, мандолине, кубызе – Райля Бикбердина ежегодно проводила в районе конкурсы сказителей по эпосу “Урал-батыр”. Отбирая лучшие выступления и принимая участие в республиканских конкурсах, им удалось завоевать не только призовые места, но и Гран-при.

В мероприятии также приняли участие и гости из Зилаирского района. Муглифа Утяшева рассказала, о том как ей удалось найти могилу Урал-Батыра в Белорецком районе, затем прочитала стихотворение собственного сочинения. Директор Баймакской межпоселенческой библиотеки Гульназ Сабирова поблагодарила всех за участие. В конце все участники записали уникальный флешмоб из строк эпоса “Урал-батыр”.