«Ватанды һөйөү һәм уны яҡлау – имандың бер шарты»
Илһөйәрлек Пәйғәмбәребеҙҙең хәҙисендә бик матур сағылдырыла һәм «Ватанды һөйөү һәм уны яҡлау – имандың бер шарты» тип тәржемә ителә. Тимәк, беҙ Тыуған илебеҙҙе дошмандарҙан һаҡларға тейеш, был – Аллаһы Тәғәләнән бирелгән оло һынау.
Башҡорт батальондарының рух остазы Хәмзә хәҙрәт Хафизов һәм махсус хәрби операцияһы яугире Иҙел Миндияр улы Солтанов бөгөн Баймаҡ биләмә – ара үҙәк китапханаһында үткән «Ватанды һөйөү имандан» тип аталған патриотик сараның төп геройҙары булды. Шулай уҡ сарала китапхананың әүҙем китап уҡыусылары, УТЭК студенттары, «Хәрби туғанлыҡ», «Ватанды һаҡлаусылар» ойошмаларының вәкилдәре һәм яугирҙәрҙең яҡындары ҡатнашты. Республикала ғына түгел, ә тотош илебеҙҙә билдәле булған Хәмзә хәҙрәт Хафизов яугирҙәребеҙҙең кәйефе, йәшәү шарттары, иман менән әхләктең, доғаның көсө тураһында бәйән итте. Айырыуса башҡорт егеттәренең батырлыҡ һәм саялыҡтары тураһында ғорурлыҡ менән һөйләп үтте. Үҙе күргән, кисергән хәл-ваҡиғалар менән уртаҡлашып, йәш егеттәргә кәңәштәрен бирҙе.
Махсус хәрби операцияһының алғы һыҙығында хеҙмәт иткән Иҙел Миңдияр улы яуҙа ниндәй хәрби бурыс үтәүе һәм хәрби әҙерлектең ни тиклем мөһим икәнен һыҙыҡ өҫтөнә ҡуйҙы. Айырыуса, ауыр һынауҙар ваҡытында көстө ғаиләнән, ата-әсә һөйөүенән, мөхәбәттән алыуы тураһында әйтеп үтте. Сарала ҡатнашыусы һөйөклө әсәһенә әйткән рәхмәт һүҙҙәре һәм башҡарған йыры берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Әңгәмә форматында барған осрашыуҙа һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына йөкмәткеле яуап алды, ҡунаҡтарға рәхмәт һүҙҙәрен һәм изге теләктәрен еткерҙе.
Ҡаланың 3–сө һанлы мәктәп уҡыусыһы Искәндәр Тайбугин башҡарған Артур Ғәҙелшиндың «Башҡортостан егеттәре» йыры ҡатнашыусыларҙын күңеленә ғорурлыҡ һәм илһөйәрлек тойғолары өҫтәне.