Вечерний тур по городу Баймаку
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы йәштәр өсөн киске сити-тур ойошторҙо. Ҡатнашыусы 3-сө мәктәп уҡыусылары китапхананан С.Юлаев исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркына тиклем Баймаҡ ҡалаһының тарихы, Башҡортостан әҙәбиәте, мәҙәниәте, спорты һ.б. менән бәйле квестың ҡыҙыҡлы эштәрен үтәй-үтәй барып, фонарщик Фаролероны эҙләп тапты. Ул — испан персонажы, ҡала тураһында мең дә бер ҡыҙыҡлы тарих һәм легендаларҙы белеүсе гид. Сити-турҙа ҡатнашыусылар «БУККРОССИНГ» һүҙҙәрен йыйып, уның китап менән алмашыу икәнлеген белде. Фонарщик китапхананың буккроссинг нөктәһе, бынан тыш китапханала булған ҡыҙыҡлы китаптар менән таныштырҙы. Ә иң ҡыҙығы — бенгал уттары менән сағыу финал булды. Уҡыусылар тәмлекәс приздар менән һыйланды