logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Ҡыҙыҡлы сәйәхәт

Балалар ауылыбыҙҙың бай тарихын,шәхестәрен белә микән? Ошо һорауҙы асыҡлау маҡсатында Күсей ауыл китапханаһы балаларға ауыл буйлап экскурсия ойошторҙо.Күсей ауылы иң боронғо ауылдар рәтенә инә.Уға 1749 йылда нигеҙ һалына, шуға ауылым шәхестәргә лә,тарихҡа ла бик бай.Балаларға урамдарға исем итеп бирелгән шәхестәр тураһында һөйләнем, Абдулхаҡ Игебаевтың йорто нигеҙенең урынын, китапхана,тәүге мәктәп ҡайһы урында булғанын күрһәттем.Таңсулпан Ғарипованың әсәһе Әсмә Баймырҙина урамында йәшәүсе Сәйҙә апай Баймөхәмәтова үҙенең беренсе уҡытыусыһы тураһында, Йәүҙәт Бикбирҙин тураһында уның өйөндә йәшәүсе Хәфиә Миңлеғәлиева ҡыҙыҡлы итеп һөйләнеләр.Балаларға сәйәхәт бик оҡшаны, тағы ла ошондай сара ойоштороуымды һоранылар. Киләһе аҙнала тағы бер урынға сәйәхәткә барырбыҙ,- тип ышандырҙым.