logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Яҡташ яҙыусылар аҙналығы

Шағир, драматург, журналист һәм тәржемәсе Лилиә Һаҡмар (Ҡәйепова Лилиә Зәйнулла ҡыҙы) 1962 йылда Баймаҡ районы Йомаш ауылында тыуа. Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар (2000), Журналистар (1998) союздары ағзаһы. Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Республиканың “Йәшлек” гәзите, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Тамаша” журналдарында эшләй. Китаптары – “Шарлама” йыйынтығында “Йондоҙ ҡыҙы” шиғри шәлкеме, “Тере шишмә”, “Эстафета”, “Матур йәшәй белеү – батырлыҡ” һ.б.

МИН ҠОЯШҠА КИТЕП БАРАМ
Мин тыуғанда, төндө еңеп,
Балҡып атҡан ине ал таң,
Тәүге шул таң нурын алып,
Мин Ҡояшҡа китеп барам!
Ғүмер юлым әрнеү тулы –
Йылмайырға көс-дәрт табам!
Һынауҙарға рәхмәт әйтеп,
Мин Ҡояшҡа китеп барам!
Теткеләнгән күңелемдән
Йөрәгемә ал ҡан тама –
Ҡан төҫө ул – таң төҫө тип,
Мин ҡояшҡа китеп барам!
Дуҫтарымдың ҡулдарынан
Уңала бит һәр бер ярам!
Яҡындарым фатихаһы –
Мин Ҡояшҡа китеп барам!
Изгелегем – һеҙгә бүләк –
Биргән һайын күберәк алам…
Иң бәхетле кеше мин ул –
Мин Ҡояшҡа китеп барам!
Йәшәү серен, тормош йәмен
Күңелеңдән эҙләп ҡара!
Теләйһеңме, киттек бергә –
Мин Ҡояшҡа китеп барам
(Лилиә Һаҡмар)