logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Яҡташ яҙыусылар ижады

Яҡташ яҙыусы Ирек Бикмәтовтың данлыҡлы игенсе, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Ленин, Октябрь революцияһы ордендары кавалеры, СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты, Баймаҡ ҡалаһының һәм районының почетлы гражданины, РСФСР-ҙың Юғары Советы депутаты Риза Яхиндың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған “Достойный сын земли Баймакской” исемле яңы китабы донъя күрҙе.
Был китап бар ғүмерен тыуған еренә, донъялағы иң изге һөнәр-икмәк үҫтереүгә арнаған танылған яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереүҙә тағы бер мөһим бер аҙым булып тора. Библиографик-публицистик китаптың исем туйын 23 апрель көнө Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә уҙғарыу планлаштырылған.