Яңы йылдың тәүге көнөндә яҡташыбыҙ, танылған яҙыусы, билдәле драматург, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы Әминә Миндеғол ҡыҙы Яхина 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне.
Әминә Яхина (Амина Яхина) Баймаҡ районының Темәс ауылында 1953 йылда тыуған. Урта мәктәпте Баймаҡ ҡала интернат мәктәбендә тамамлап, Өфө нефть институтында белем ала. Унан һуң 1974 йылда Стәрлетамаҡ “Каустик” берекмәһендә инженер булып эш башлай. Артабан Баймаҡ ҡалаһында йорттар идаралығында баш инженер, етәксе вазифаларын башҡара, Сибай ҡалаһында “УралСиб” страховкалау төркөмөн етәкләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, “Сулпан” театрында, Сибай яҙыусылар ойошмаһында, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай драма театрында әҙәби бүлек етәксеһе булып эшләй.
Күренекле драматург, яҙыусы Әминә Яхина әҙәбиәт донъяһына “Ҡайырылмаһын ҡанаттар” тигән пьесаһы менән килеп инде. Ул- тиҫтәләгән пьеса авторы. “Аҡҡошом минең”, “Еҙ беләҙек”, “Бабайға кәләш кәрәк” исемле әҫәрҙәре аша әҙәбиәт һөйөүсегә яҡшы таныш. “Ҡайырылмаһын ҡанаттар”, “Аҡҡошом минең”, “Бабайға кәләш кәрәк”, “Еҙ беләҙек”, “Йән һөйгәнем- һин генә” исемле әҫәрҙәре Сибай, Салауат театрҙары сәхнәһендә ҡуйылып, тамашасы һөйөүен яуланы. “Сулпан” балалар театрында “Яңы йыл мажаралары”, “Юл ҡағиҙәләре алифбаһы”, “Синьор Светофор”, “Етем төлкө” спектаклдәре балаларҙы һөйөндөрҙө. Бик күп пьесалары халыҡ театрҙары сәхнәләрендә урын алды.
Талантлы яҡташыбыҙҙы ғүмер байрамы менән ихлас тәбрикләйбеҙ һәм ныҡлы һаулыҡ, ижад даръяларының урғылып тороуын, ижади эшмәкәрлегендә яңынан-яңы уңыштар насип булыуын теләйбеҙ!