Яңы китап донъя күрҙе
Ошо көндәрҙә Сибай нәшриәтендә яҡташ яҙыусыбыҙ Борис Хәйретдиновтың өр-яңы китабы донъя күрҙе. “Һиңә йырым, тыуған ерем” тип аталған йыйынтыҡта автор ижад иткән алтмышлап йыр, шул тиклем үк шиғыр, ҡобайыр, мөнәжәт тупланған. Борис Мөхәмәт улы белдереүенсә, йыйынтыҡта йырҙар нота һәм текст менән бирелгән.