«Һынмаҫ рухлы әсә йөрәге»
Йыл да алтын көҙҙөң һуңғы айында билдәләнгән әсәйҙәр көнө уңайынан Баймаҡ биләмә – ара үҙәк китапханаһында «Һынмаҫ рухлы әсә йөрәге» исемле осрашыу ойошторолдо. Был сарала ил яҙмышы хәл ителгәндә ҡулдарына ҡорал алған һәм аяуһыҙ һуғышта һәләк булғандарҙың, хәбәрһеҙ юғалғандарҙың, шулай уҡ бөгөн дә сафта булған яуғирҙәрҙең әсәләре, тормош иптәштәре ҡатнашты. Улар – Сибай ҡалаһынан Лариса Хәтмуллина, Баймаҡ ҡалаһынан Зәкирә Әбүбәкирова, Зәкиә Сөләймәнова, Ләйсән Байтурина, Түбәнге Яйыҡбайҙан Рәшиҙә Йәнтүрина, Сәйғәфәрҙән Фәриҙә Юнысбаева, Иҫәндән Әлфиә Самарбаева, Ниғәмәттән Дилә Мырҙағәлина, Ишбирҙенән Ләйсән Дәүләткилдина, Икенсе Этҡолдан Гөлйемеш Ишмырҙина, Хәсәндән Гөлгөнә Солтанғолова. Шулай уҡ әсәйҙәр менән осрашыуҙа яҙыусы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева, китапхана ветераны, ағинәй Сәрүәр Иҙелбаева, журналист һәм райондың «Беҙ бергә!» ирекмәндәр төркөмө етәксеһе Лилиә Такаевалар ҡатнашты.
Сара барышында уртаҡ ҡайғы берләштергән көслө рухлы әсәйҙәр улдарының һәм тормош иптәштәренең ҡаһарманлыҡтарын һәм батырлыҡтарын иҫкә алып, изге бурыстарына тоғро ҡалыуҙары, көслө һәм ҡыйыу булыуҙары тураһында йөрәк әрнеүе аша һөйләп үттеләр. Шулай уҡ уларҙың махсус хәрби операцияға киткәнгә тиклемге уңыштарын да йылы хәтирәләр менән иҫкә алдылар. Оло юғалтыуҙы үҙ иңендә кисергән әсәйҙәр бер-береһен аңлап аралашты. Дилә Вәлиәхмәт ҡыҙы улдарына бағышлап йыр башҡарыуы, Зәкиә Хәмзә ҡыҙының улына бағышлап яҙған шиғырҙарын уҡыуы бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы, Сәрүәр Мөҙәрис ҡыҙы, Лилиә Разгил ҡыҙы тыуған илебеҙҙең ысын патриоттарын үҫтергән әсәйҙәрҙең һәм яңғыҙ ҡалған ҡатындарҙың ҡайғыларын уртаҡлашып, йылы һүҙҙәрен еткерҙеләр. Ә инде уландарын, тормош иптәштәрен яу яланынан имен ҡайтыуҙарын ышанып көткән әсәйҙәргә һәм ҡатын-ҡыҙҙарға сабырлыҡ һәм ныҡлыҡ теләнеләр.
Сарабыҙҙың ҡунаҡтарын байрам менән ҡотлап, район мәҙәниәт йорто йырсыһы Әлфинә Исмәғилева матур йыры менән биҙәне.