logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Р

(1948-2014)
1948 йылдың 24 ноябрендә Юлыҡ ауылында тыуған. 1966 йылда Баймаҡ интернат-мәктәбен тамамлағас, ике йыл Ишей 8 йыллыҡ мәктәбендә физик тәрбиә дәрестәре алып бара. Стәрлетамаҡ педагогия институтының башҡорт-рус факультетында белем алған саҡтарында студент төҙөлөш отрядтарында командир вазифаһын үтәп, ҙур тормош һабағы ала. Дәүләкән, Ҡыйғы райондары хужалыҡтарынан, райком, обком комсомол комитеттарынан Маҡтау ҡағыҙҙары, Дағстанда үткән РСФСР педагогик вуздары көнөнә путевка менән бүләкләнә.
Дипломлы йәш белгес хеҙмәт юлын Ишбирҙе мәктәбендә башлай – рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. 1973 – 75 йылдарҙа Баймаҡ райкомында комсомол секретары, 1975 – 87 йылдарҙа Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбендә директор, һөнәрселек училищеһында мөдир ярҙамсыһы вазифаларын башҡара. 1982-85 йылдарҙа мәҙәниәт бүлеге начальнигы булып эшләй. Баймаҡ сәнғәт мәктәбендә ҡурай дәрестәре алып бара. 1987 йылда Баймаҡ халыҡ һөнәрселек үҙәген асыуға ирешә. Үҙәктә милли кейемдәр тегелә, тирмәләр, милли символика әйберҙәре һәм сувенирҙар етештерелә, милли уйын ҡоралдары эшләнә. 2000 йылда “Эшҡыуар-2000” республика күргәҙмәһендә беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ була. 1999 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеме, 2002 йылда БР сәнәғәт, 2008 йылда БР мәҙәниәт министрлыҡтарының Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була.
Вилүр Зиннәт улын республикала ғына түгел, Рәсәйҙә лә алдынғы етәксе булараҡ беләләр. Эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә индергән өлөшө һәм социаль яуаплы эшмәкәрлек алып барғаны өсөн 2004 йылдың 15 ноябрендә уға Мәскәүҙең Кремль һарайында иң яҡшы эшҡыуарҙар менән бер рәттән Рәсәй Бизнес һәм эшҡыуарлыҡ академияһының Дипломы тапшырылыуы тотош Башҡортостан өсөн оло әһәмиәткә эйә ваҡиға булғайны. Был юғары награда менән бүләкләнеүсе иң эре бизнесмендар – миллиардлаған һум аҡса менән эш иткән “Билайн”, ”Вимм–Биль–Данн” корпорациялары, гигант алюмин заводтары, тау–металлургия комбинаты етәкселәре араһында бәләкәй генә Баймаҡ ҡалаһының “Баймаҡ” халыҡ кәсептәре үҙәге директоры ла булыуы үҙе үк күп нәмә хаҡында һөйләй.
Күңеле менән моң яратҡан кеше булараҡ, Вилүр Зиннәт улы, әҙ генә буш ваҡыты булһа, ҡулына ҡурайын алып моңланып алыр була. Ҡурай уйнарға ауылының оло быуын ҡурайсыларынан, ә ҡурай эшләү оҫталығына Вилүр Рәхимғолов 1979 йылда Баймаҡ интернат-мәктәбендә эшләгәндә өйрәнә. Ҡурай алыр өсөн уға йыш ҡына Өфөгә Вәкил Шөғәйеповҡа (ҡурай эшләү оҫтаһы) барырға тура килә.
Стәрлетамаҡта Ленин исемендәге интернатта уҡыған ваҡытта мәктәп ҡурайсылары бәйгеһендә 1-се дәрәжәле дипломға лайыҡ була. Баймаҡ СПТУ-һында эшләгәндә ул эшләгән ойошторған ансамбль барлыҡ байрам сараларында уңышлы сығыш яһай.
Рухлы замандашыбыҙ милли мәҙәниәткә, сәнғәткә, шиғриәткә ғашиҡ ине, үҙе лә шиғырҙар яҙҙы. Ижад емештәре 2009 йылда Баймаҡ типографияһында донъя күргән “Ирәндек гәүһәрҙәре” китабының беренсе томына инде.

(1953)

Педагог, композитор, 1998 йылдан Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982) Рәхимов Ришат Рәшит улы 1953 йылдың 24 октябрендә Икенсе Этҡол ауылында тыуған. Атаҡлы ҡурайсы  Кәрим Дияровтан ҡурай серҙәренә өйрәнә. Өфө  сәнғәт училищеһында Ғ.Сөләймәнов класында уҡып сығып, профессиональ  ҡурайсы булып китә. 1990 йылда БДУ-ны, 1994 йылда Өфө сәнғәт институтын тамамлай. Унда ул Айрат Ҡобағошов клсында уҡый.

1976 – 2014 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында (1992 – 2013 йылдарҙа башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары бүлеге мөдире), бер үк ваҡытта 1994 – 2005 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт академияһында, 2014 йылдан алып Өфөлә 7‑се музыка мәктәбендә уҡыта.

Ришат Рәхимов – Башҡортостандың Урал аръяғы ҡурайсыларының традицияларын дауам итеүсе. Репертуарын “Ғилмияза”, “Сибай”, “Таштуғай”, “Урал” башҡорт халыҡ йырҙарының инструменталь варианттары, “Аҡ яурын сал бөркөт”, “Йәйәүле Мәхмүт”, “Перовский”, “Сыңрау торна” инструменталь көйҙәр биҙәй.

Ҡурай өсөн 50‑нән ашыу этюд, 20‑нән ашыу йыр (В.Х.Илембәтов шиғырына “Миләүшәләр” һ.б.) һәм көй (“Шаһиҙә”, “Хажиморат” һ.б.), ҡурай һәм ҡурайсылар ансамбле өсөн башҡорт халыҡ көйҙәре эшкәртмәләре авторы. Йыл һайын уҡытыу планына ярашлы программалар эшкәртә, шулай уҡ «Ҡурай» исемле дәреслектәр авторы. 

“Башҡортостан – Галле” дуҫлыҡ аҙналыҡтарында (ГДР, 1977, 1979, 1982, 1984), Мәскәүҙә Олимпия уйындарының (1980) мәҙәни программаһында, Ҡарағалпаҡ АССР‑ында (1976), Яҡут АССР‑ында (1978), ТАССР‑ҙа (1989) үткәрелгән БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә, Мәскәү – Дрезден – Рим – Флоренция – Венеция – Варшава маршруты буйынса “ЮНЕСКО‑ның донъя мәҙәниәте ҡаҙанышы. Цивилизациялар диалогы” (2002) экспедицияһында һ.б. ҡатнаша. Рәсәй, Германия буйлап гастролдәрҙә була. Билдәле уҡыусылары араһында Р.М.Ғәйзуллин, И.Ҡ.Илбәков, А.Д.Рәхмәтуллин бар. Сәнғәт училищеһын башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары оркестрын, Башҡорт дәүләт аграр университетының “Азамат” ҡурайсылар ансамблен ойоштороусы. Уҡытыу‑методик хеҙмәттәр авторы; музыка мәктәптәре, училищелары өсөн думбыра, ҡурай кластары буйынса уҡытыу программаларын эшләүҙә ҡатнаша. 300‑ҙән ашыу музыкаль фольклор әҫәрен яҙып алған, шул иҫәптән 50‑нән ашыуын нотаға һалған. “Дуҫлыҡ йыры” Халыҡ‑ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар фестивале лауреаты (Нефтекама ҡалаһы, 1997). Уның етәкселегендә ҡурайсылар ансамбле Ленинградта үткән Бөтә Союз конкурсында, Өфөлә Й.Иҫәнбаев исемендәге конкурста дипломға лайыҡ була. Доцент Ришат Рәхимовтың уҡыусылары бик күп конкурстарҙа ҡатнашып  еңеү яулап тора. Өфөлә музыка училищеһында Ғ.Сөләймәнов исемендәге кабинет-музейҙы ойоштороуҙа уның хеҙмәте ҙур.

Хеҙмәттәре: Ҡурай: уҡыу ҡулланмаһы. Өфө, 1999;

Ҡурай. Музыка мәктәптәренең һәм училищеларының ҡурай класы өсөн уҡыу ҡулланмаһы. Өфө, 2011;

Сәнғәтебеҙ күгендәге яҡты йондоҙҙар (Ғата Сөләймәнов тыуыуына 100 йыл). Созвездие талантов (100 лет со дня рождения Гаты Сулейманова). Өфө, 2012 (авторҙаш).

Рәхимғолов Мансур Зиннәт улы 1953 йылдың 5 мартында Юлыҡ ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ дәүләт педогогия  институтының филалогия факултетын тамамлағас, Ишбирҙе, Йылым мәктәптәрендә уҡытыусы, директор, ауыл советы рәйесе, хәрби эштәр буйыса директор урынбаҫары вазифаларын башҡара. Ҡурайҙа  бала саҡтан уйнарға өйрәнә. Стәрлетамаҡ педагогия институтында уҡыған ваҡытта институт, ҡалала үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Стәрлетамаҡтың 1-се һанлы интернат, Ишбирҙе урта мәктәптәрендә, ҡурай түңәрәктәрендә байтаҡ ҡына балаларҙы ҡурайҙа уйнарға өйрәтте.

Ишбирҙе, Йылым ауылдарында эшләгән осорҙа район кимәлендәге художество смотрҙарында йыш ҡатнаша. РСДРП-ның 70 йыллығына ҡарата Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә, райондан 70 ҡурайсы йыйылып, тантаналы концертта сығыш яһау бәхетенә ирешергә насип була.

 Бөгөнгө көндә Сибай ҡалаһында йәшәй, хаҡлы ялда.

(1929 – 2004)

Рәхимғолов Миңлеғәли Ғиниәтулла улы 1929 йылдың 13 мартында Баймаҡ районы Бөрйәнйылға ауылында тыуған. Атаһы Ғиниәтулла Әбделхәйер улы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, бик ауыр яраланып ҡайтып оҙаҡ йәшәй алмай һәләк була. Әсәһе Камила Мортаза ҡыҙы була. Миңлеғәле Ғиниәтулла улына тыл ветераны исеме бирелә, сөнки үҫмер генә булып ҡалған балаларға тылдағы барлыҡ ауырлыҡтарға, тылдағы эштәргә уларҙың көстәре талап ителә. 1946-1951 йылдарҙа Сахалин утрауында армия сафтарында хеҙмәт итә. 1956 йылда Ишбирҙе ҡыҙы Әсмә Хәйҙәр ҡыҙына өйләнеп, 5 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ишбирҙе ауылының ҡурай ансамблендә йөрөй һәм төрлө ауылдарҙа концерттарҙа ҡатнаша, Өфө ҡалаһына ла ҡурай уйнарға барып киләләр, Дуҫлыҡ монументында төшкән фото һаҡланған. Ҡурай уйнарға атаһы Ғиниәтулла Әбделхәйер улы өйрәтә. 2004 йылда 13 мартта баҡыйлыҡҡа күсә.