logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

С

(1925- 2012 ) Солтангилдин Ғәлимйән  Шәкирйән улы 1925 йылдың 20 февралендә Баймаҡ районының Таһир ауылында тыуған. Темәс педагогия училищеһын тамамлағандан һуң, 1943 йылда фронтҡа китә, икенсе Украина фронтында 19-сы уҡсылар дивизияһының 133-сө сапер батальоны составында хеҙмәт итә.Украинаны, Болгарияны, Венгрияны, Румынияны азат итеү операцияларында ҡатнаша. Еңеүҙе Прага ҡалаһында ҡаршылай. Венгрияны минаһыҙландырыуҙа ҡатнашҡанда ауыр  яралана. 1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн бик күп хәрби наградаларға эйә. Наградалары: 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985 йыл), “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн” миҙалы.Һуғыштан һуң Башҡорт дәүләт университетында юғары  белем ала. Учалы ҡалаһында география уҡытыусыһы булып эшләгәндән һуң, тыуған ауылына ҡайта, унда үҙенең уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеген дауам итә. Темәс ауылында йәшәүсе   Солтангилдин Ғәлимйән  Шәкирйән улы  оҫта  ҡурайсы,ауыл йәштәре менән үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә ҡатнашып йөрөй.  Ауылда үткән байрам саралары, һабантуйҙар, концерттарҙы үҙенең сығышы менән биҙәй.