Т
(1972)
1972 йылдың 12 апрелендә Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында тыуған. Бөгөнгө көндә Өфө ҡалаһында йәшәй һәм ижад итә. Атаһы Париж Хәлфетдин улы һәм әсәһе Миңзифа Ғилман ҡыҙы – 11 балаға ғүмер бүләк итеүсе ижади ғаилә. Рәмил Париж улы 6-сы кластан Өфө сәнғәт институты янындағы махсус музыка мәктәбенда тромбон һәм ҡурай класында уҡый. Уҡытыусыһы билдәле ҡурайсы Юлай Ғәйнетдинов була. Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт иткәндән һуң Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына уҡырға инә һәм 1999 йылда музыка белгесе булып тамамлай. Артабан Сибай ҡалаһының 13-сө башҡорт урта мәктәбендә, 2001-2008 йылдарҙа Балалар сәнғәт мәктәбендә педагог булып эшләй. 2009 йылдан уҡытыу-методик эш буйынса белгес, 2011 йылдан БДАУ-ның Урал аръяғы филиалының студенттар ижады үҙәге етәксеһе. 2016 йылдан Сибай филармонияһында эшләй, Сибай концерт-театр берекмәһенең ижад буйынса директор урынбаҫары була.
Рәмил Париж улы – халыҡ-ара һәм республика йыр конкурстары лауреаты, Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика, Ғата Сөләймәнов, Кәрим Дияров исемендәге район ҡурайсылар бәйгеләре еңеүсеһе, композитор, ҡурайсы, шағир. Репертуарында 100-ҙән ашыу халыҡ йырҙары, марштары, көйҙәре һәм үҙе ижад иткән композициялар бар. Емешле ижады, халыҡ йырҙарын әүҙем пропагандалағаны һәм юғары башҡарыу оҫталығы өсөн “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалына лайыҡ булды.