logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

В

Вәлиев Наил Рәмил улы 1986 йылдың 5 ғинуарында Байым ауылында тыуған. Байым урта мәктәбен тамамлағас, БДУ-ның Сибай институтына Башҡорт филологияһы факультетына уҡырға инә. Бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡ Наиль институтта уҡыған сағында ҡурай менән ныҡлап мауығып китә. Дуҫтары уға ҡурай бүләк иткәс, күмәкләп тауыш сығарырға, уйнарға өйрәтәләр. Студент йылдарында Наиль институт ансамбле составында концерттарҙа сығыш яһай, уҡып бөткәндән һуң да яратҡан музыка ҡоралын ташламай. Тыуған мәктәбенә эшкә ҡайтҡас, төп фәнде уҡытыуынан тыш, мәктәптә балалар өсөн Ҡурай түңәрәге алып бара.

Клуб мөдире булып эшләгән ваҡытта, ҡурайсы булараҡ концерттарҙа, смотрҙарҙа ҡатнаша. 2018 йылда Район кимәлендә үткәрелгән «Алтын ҡурай» бәйгеһендә икенсе дәрәжә диплом менән бүләкләнә. 2019 йылда Туймазы ҡалаһында уҙған республика ҡурай конкурсында дипломант була.

Әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй.