“Тәңкәле ҡыҙ-2026”
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы, драматург, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипованың тыуған көнө уңайынан Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы уҡымышлы, тыйнаҡ, дәртле, сая рухлы һәм ижади үҫмер ҡыҙҙар араһында төбәк-ара конкурсы иғлан итә.
Конкурстың маҡсаттары:
– үҫеп килгән йәш быуынға башҡорт теле һәм әҙәбиәтен пропагандалау, күберәк китап уҡырға йәлеп итеү, тыуған илебеҙгә, торған еребеҙгә ҡарата һөйөү тойғолары тәрбиәләү;
– үҫмер ҡыҙҙар араһында Таңсулпан Ғарипованың ижади мираҫын популярлаштырыу, әҫәрҙәре һәм геройҙары миҫалында рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр тәрбиәләү;
– алдынғы ҡарашлы, рухлы үҫмер ҡыҙҙарҙы асыҡлау, уларҙың ижади потенциалын үҫтереү.
Бәйге 2 турҙан тора:
Һайлап алыу туры – Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларында, Әбйәлил, Хәйбулла, Бөрйән, Учалы, Йылайыр һәм Ейәнсура райондарында үтә.
Финал туры – райондарҙың еңеүселәре 28 октябрҙә Баймаҡ ҡалаһының район мәҙәниәт йортонда үтәсәк “Тәңкәле ҡыҙ-2026” төбәк-ара бәйгеһендә ҡатнаша. Финалистар дипломдар һәм иҫтәлекле приздар менән бүләкләнәсәк.
Бәйгенең шарттары:
1. Визитка. Башҡорт телендә үҙең менән таныштырыу. Слайд әҙерләү (3 минутҡа тиклем)
2. Блиц-һорау. Т.Ғарипова ижады һәм башҡорт әҙәбиәте, фольклоры, мәҙәниәте тураһында һорауҙарға яуаптар. (Һорауҙар сәхнәлә бирелә).
3.Таңсулпан Ғарипованың әҫәрҙәрендәге бер геройы образында сығыш яһау (монолог, сәхнәләштереү, 5 минутҡа тиклем).
4. Стилләштерелгән милли кейемдә дефиле.
Ҡатнашыусыларға талаптар:
1. Башҡорт телендә һөйләшеү мотлаҡ.
2. Башҡорт әҙәбиәтен, мәҙәниәтен яҡшы белеү, Т.Ғарипова ижады менән таныш булыу зарур.
3.Слайд өсөн фотолар һәм видеолар горизонталь рәүештә төшөрөлөргә тейеш. PowerPoint программаһында эшләнелеүе мотлаҡ.
4. Сәхнәләштергәндә кейемдәр персонаждың стиленә тап килергә, бәйгесе төп ролдә булырға, ярҙамсы актерҙар 3-4 кешенән артмаҫҡа тейеш.
5. Дефилегә стилләштерелгән кейем йәки милли кейем элементы булыуы мотлаҡ.
6. Бәйгелә 15-20 йәштәрҙәге ҡыҙҙар ҡатнаша ала.
Белешмәләр өсөн телефон: 3-16-74, 89273289226, 89061023694.