“Ай менән ҡояш бер генә”
Баймаҡ биләмә – ара үҙәк китапханаһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың ижадына арналған “Ай менән ҡояш бер генә” тип аталған әҙәбиәт сәғәте үтте. Әҙәби сарала район үҙәк китапханаһының даими, иң күп китап уҡыусылары һәм Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының студенттары ҡатнашып, күренекле яҡташыбыҙҙың ижады,тормошо тураһында мәғлүмәт алдылар. Сарала ҡатнашыусылар Таңсулпан Ғарипованың ижадына үҙ ҡараштарын, фекерҙәрен белдерҙеләр. Башҡорт китаптарының әҙәбиәттә тотҡан урынын, әһәмиәтен, проблемаларын да әйтеп үттеләр. Таңсулпан Ғарипованың ижадына арналған викторинала студенттар ҙур әүҙемлек күрһәтеп белемдәрен һынаны һәм еңеүселәр китаптар менән бүләкләнде.