Бөгөн, 15 февраль көнө совет ғәскәрҙәренең Афғанистандан сығарылыуына 34 йыл тулды.
Ошо көн айҡанлы Баймаҡ биләмә- ара үҙәк китапханаһында хәрби бурыстарын үтәп ҡайтыусы яугир- интернационалистар менән тура эфирҙа осрашыу үтте. Сараның геройҙары Ҡыҙыл йондоҙ ордены менән бүләкләнеүсе Илдар Сәйетҡолов,Темәс ауылының ветерандар советы рәйесе Зәки Изгин, Баймаҡ ҡалаһынан Салауат Галин, Юлай Самарбаев. Таулыҡай ауылынан Илдар Якупов, Хәйҙәр Имамбаев, Камил Ҡоланбаев дәһшәтле афған һуғышының ни тиклем аяуһыҙ булыуы тураһында һөйләп хәтирәләре менән уртаҡлаштылар. Осрашыу ысын илһөйәрлек тойғоһо менән һуғарылып барыуы менән айырылды һәм ошо изге төшөнсәнең хәҙерге ваҡытта ла ни тиклем мөһим булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынды.