logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында “Ватан һуғышында башҡорттар” исемле крайҙы өйрәнеүселәр форумы үтте.

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында 1812 йылғы Ватан һуғышында Рәсәйҙең еңеүенә һәм Бородино алышына 210 йыл тулыуына арналған “Ватан һуғышында башҡорттар” крайҙы өйрәнеүселәр форумы үтте. Унда ғалим тарихсылар, урындағы крайҙы өйрәнеүселәр клубы ағзалары, тарих уҡытыусылары, китапханасылар, тыуған яҡ тарихына битараф булмаған яҡташтар ҡатнашты. 1812 йылғы Ватан һуғышындағы Бородино алышы үҙе генә лә тарих биттәрендә айырым урын алып тора. Баймаҡ тыуған яҡты өйрәнеүселәр клубы етәксеһе, Темәс тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире, “Төнъяҡ амурҙары” хәрби-тарихи клубының тарихсы реконструкторы Айҙар Рәис улы Мәжитов ошо хаҡта һөйләне. Сибай ҡалаһынан килгән тарихсы ғалим, тарих фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты Сибай институтының дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы һәм тарихы кафедраһы доценты, Сибай ҡалаһының крайҙы өйрәнеүселәр йәмғиәте рәйесе Фуат Мырҙағәли улы Сөләймәнов Наполеонға ҡаршы һуғышҡан башҡорт полктары тураһында ентекле өйрәнгән. Улар араһында баймаҡ ерлегенән сыҡҡан кешеләр, яугирҙарҙы оҙатҡан урындар, 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған һәйкәлдәрҙең асылыу тарихы тураһында йөкмәткеле сығыш яһаны.
Шулай уҡ Ватан һуғышында баймаҡтарҙың ҡаһарманлығы, әҙәби әҫәрҙәрҙә Ватан һуғышының сағылышы, ошо яуҙа тыуған башҡорт йырҙарының тарихы, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының роле һ.б. тураһында сығыштар бик тә йөкмәткеле булды. “Ирәндек уҡсылары” хәрәкәте етәксеһе Ғәфүр Рафиҡ улы Рахманғолов был боронғо башҡорттарҙың таҫыллығын сағылдырған уҡтан атыу һөнәре буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Саранан тәьҫирләнгән форумда ҡатнашыусылар фекерҙәрен, тәҡдимдәрен еткерҙе. Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Зилә Вәкил ҡыҙы Мортазина сарала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Форум ҡурай аҫтында Баймаҡ гимны – “Күк Ирәндек буйында” күмәк йыры менән тамамланды.