«Башҡорт китабы” аҙналығы
сиктәрендә, район үҙәк китапханаһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың ижадына арналған “Әҙәби квест” үтте. Сарала ҡаланың 3-сө һанлы мәктәбенең 6-сы синыф уҡыусылары (етәксеһе Вәзимә Ҡаһарман ҡыҙы Заһитова ) ҡатнашты. Уҡыусылар Таңсулпан Ғарипованың тормош юлы һәм ижады тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт алғандан һуң, китапхананың башҡорт әҙәбиәте фонды буйынса квеста әүҙем ҡатнашып үҙҙәренең отҡорлоғон, тапҡырлығын күрһәттеләр. Башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре буйынса викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр,төрлө уйындарҙа әүҙем ҡатнаштылар.