logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Еңеү ҡомартҡылары”

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы Бөйөк Еңеү байрамы алдынан “Еңеү ҡомартҡылары” исемле патриотик акция иғлан итте. Уның сиктәрендә райондың бөтә китапханаларында ла һуғыш ветерандарының балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ҡатнашлығында саралар үткәрелә. Акцияла ҡатнашыусылар һуғышта батырҙарса көрәшкән, илгә ирек яулаусы яугирҙәр хаҡында, уларҙан ҡалған һәм ҡәҙерләп һаҡланған ҡомартҡылар менән таныштыра. Был ҡомартҡылар – Еңеү ҡомартҡылары үткәндәргә, һуғыш йылдарына шаһит.
Үҙәк китапханала акция сиктәрендә батырлыҡ дәресе үтте. Унда крайҙы өйрәнеүселәр, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы студенттары, Ағинәйҙәр, әүҙем китап уҡыусылар, уҡытыусылар ҡатнашты. Батырлыҡ дәресендә Баймаҡ тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Н.М. Ғәлина музейҙа һаҡланған тарихи экспонаттар – Еңеү ҡомартҡылары менән таныштырҙы. Нәйлә Мөйәссәр ҡыҙы Бөйөк Ватан һуғышында һалдаттар алып йөрөткән ике төрлө котелок, фляжка, Дан орденының тулы кавалеры Әҙеһәм Әлибаевтың яу яланынан алып ҡайтҡан ҡалағын күрһәтте, улар тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирҙе. Икенсе Этҡол мәктәбенең тарих уҡытыусыһы М.И. Хәлилов мәктәп музейында ҡәҙерләп һаҡланған өсмөйөшлө хаттар тураһында һөйләне. Мораҙым Ишбулды улы хаттарҙың тарихы, ҡош телендәй ошо өскөл ҡағыҙҙарҙың меңәрләгән саҡырымдар араһында һалдатты һәм тыуған яғы, ғаиләһе менән тоташтырған берҙән-бер бәйләнеш булғанын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Рәсәйҙең почетлы автотранспорт хеҙмәткәре, әүҙем китап уҡыусы Сәмиғуллин Флүр Борхан улы атаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, журналист, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Борхан Абдулла улы Сәмиғуллин тураһында яҡты иҫтәлектәре менән бүлеште, уның орден-миҙалдары менән таныштырҙы. Китапхана эше ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәрүәр Мөҙәрис ҡыҙы Иҙелбаева тулҡынландырғыс иҫтәлектәргә бирелеп, ҡәҙерле атаһы, яу батыры Заманов Мөҙәрис Шәйхислам улының еңел булмаған яҙмышы, үткән яу юлы хаҡында һөйләне. Мөҙәрис Заманов һуғыштан ҡаты яраланып ҡайта, әммә ауырлыҡтарға бирешмәй, ғаилә ҡороп, алты балаға ғүмер бүләк итеп, лайыҡлы тәрбиә бирә. Сәрүәр Мөҙәрис ҡыҙы атаһының хәрби госпиталдән фотоларын күрһәтте, тарих һаҡлаған документтары менән таныштырҙы.
Сарала ҡатнашыусылар тарих биттәренә ҡағылдырыусы Еңеү ҡомартҡылары менән таныштырған сығыш яһаусыларға, хөрмәтле ҡунаҡтарға рәхмәт белдерҙе. Һәр кем ерҙә һуғыш булмауын, илебеҙҙә именлек хөкөм һөрөүен теләп таралышты.