logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Ирәндек бөркөтө”

Баймаҡ үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре ҡаланың 1-се мәктәбендә 8-се А класы уҡыусылары өсөн “Ирәндек бөркөтө” исемле батырлыҡҡа арналған мәғлүмәт сәғәте үткәрҙе. Унда һүҙ Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың ошондай уҡ исемле поэмаһының төп геройы – яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғолов тураһында барҙы. Ҡаһарман яугирҙың тыуыуына быйыл – 100 йыл. Уҡыусылар Тәфтизан Миңлеғоловтоң тормош һәм яу юлына ҡағылған мәғлүмәттәрҙе иғтибар менән тыңланы. Сара һуңында үтелгәнде нығытып, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тематик филлвордта бирелгән һүҙҙәрҙе эҙләп таптылар. Тыныслыҡтың ҡәҙерен белеүгә, илһөйәрлеккә, батырлыҡа арналған сара балалар күңелендә яҡташ батыр хаҡында, Тыуған ил өсөн ғорурлыҡ тойғолары уятты.