logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Мин ҡояшҡа китеп барам”

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында талантлы яҡташыбыҙ – шағирә, драматург, тәржемәсе һәм журналист Лилиә Һаҡмарҙың ижадына арналған кисәнең исеме “Мин ҡояшҡа китеп барам” тип аталыуы ла юҡҡа түгел – унда ҡатнашыусылар ҡояшлы ижадсының балҡып торған яҡты ижади донъяһын байҡап, бихисап яңылыҡ һәм фәһем алды. Сарала Баймаҡ балалар ижады үҙәгенең “Шатлыҡ” фольклор берекмәһе сәсәндәре шағирәнең шиғырын шартлатып ятлаһа, халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре Илнур Аслаев һәм Ғәлинур Ҡарасурин Лилиә Һаҡмар шиғырына Салауат Низаметдинов яҙған “Уйнаһын ғына ҡурайым!” исемле йыры менән йөрәктәргә рух өләште. Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Хәлидәр ҡыҙы Йыһаншина ижадсының интернациональ яҙыусы булараҡ дан алыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Артабан сарала ҡатнашыусылар Шиғриәт, Йырҙар, Проза, Драматургия, Тәржемә, Сатира һәм Юмор, Журналистика утрауҙарына сәйәхәт ҡылып, Лилиә Һаҡмарҙың ошо өлкәләрҙәге ижади эшмәкәрлеге менән тәрәндән танышты.
Сценарист, режиссер, Башҡортостан кинематографистар берлеге йәштәр үҙәге ағзаһы, “Мидпоинт” балалар киномәктәбе етәксеһе, Мәскәү ҡалаһындағы “Скей-Синема” кинофестивале эксперты һәм башҡа ошо өлкәләге конкурстар лауреаты Дилә Мөхәмәтйәрова башҡарыуында Лилиә Һаҡмарҙың шиғырҙары һәм йырҙары аһәңле яңғыраны. Ауылдаштары “Марс-500, йәки Марста тормош бармы?” сатирик драмаһынан өҙөктө сәхнәләштерҙе. Барлыбаева Шәһиҙә башҡарыуында “Иҫтәлек” исемле башҡорт халыҡ йыры яңғыраны. Әйткәндәй, тәржемәсе, күп китаптарҙы башҡортсанан төрөк теленә әйләндергән яҙыусы Нигар Ҡалҡандың Лилиә Һаҡмарҙың ижад байрамына ҡарата Төркиәнән ебәргән видеоҡотлауын барыһы ла ҡыҙыҡһынып ҡараны. “Һаҡмар” гәзите хәбәрсеһе Эльмира Кейекҡужина шағирә менән уларҙың араһында ижади, яҡташлыҡ ептәре элек-электән нығынып, дуҫлыҡҡа әүерелеү тарихын бәйән итте. БДУ-ла бергә уҡыған һабаҡташы Рәсимә Иҫәндәүләтова бергә белем алған осорҙо байҡап, Лилиә Ҡәйепованың студент саҡта “Шоңҡар” әҙәби-ижад берекмәһендә шөғөлләнеүен, әүҙем студент булыуын хәтерләне. Лилиә Ҡәйепованың туғандары – ауыл хужалығы фәндәре докторы Яхъя Ҡәйепов, бер туған ҡустыһы Әхтәм Ҡәйепов, һеңлеһе Дилә Мөхәмәтйәрова һәм ауылдаштары ижадсының ихлас, ярҙамсыл булыуын төрлө хәтирәләр аша еткерҙе. Лилиә Зәйнулла ҡыҙы бик матур итеп мандолина ҡылдарын сиртеп, бейеү көйҙәренән попурри башҡарыуы йөрәктәрҙе елкендерҙе. Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары Борис Хәйретдинов, Әлфиә Бикташева, Риана Вәлеева йылы теләктәрен шиғри нурға сорнаһа, Айгөл Аҡҡужина шағирәгә арналған шиғырын уҡып ишеттерҙе. Берекмә етәксеһе Айгөл Иҙелбаева “Йәнгүҙәй”ҙәрҙең “Ирәндек гәүһәрҙәре-2” китабын шағирәгә бүләк итте. Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Зилә Мортазина ошондай ихлас, йылы осрашыу кисәләре халыҡҡа рух өҫтәүен телгә алды, шағирәгә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
8 әҙәби китап, 7 пьеса, төрөк һәм әзербайжан теленән башҡортсаға өс тиҫтәнән ашыу шиғри тәржемә авторы булған яҡташыбыҙ – шағирә, драматург, тәржемәсе һәм журналист, Мәжит Ғафури исемендәге премия лауреаты Лилиә Һаҡмарҙы республикала һәм Рәсәйҙә генә түгел, сит илдә лә яҡшы белеүҙәре күңелдәребеҙҙә ғорурлыҡ тойғолары уята. Лилиә Ҡәйепованың, донъяға ғашиҡ саф күңелле булыуы өҫтөнә, ҡайһы жанрға ғына тотонһа ла, шедеврҙар тыуҙырыуы уның тырыш, ныҡыш булыуы хаҡында ла һөйләй. Шуға ла әҙәрҙәре баймаҡтарса ихлас, ыҡсым һәм уҡымлы.