logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Моң шишмәһе һандуғастай йырсы телем”

Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбендә Халыҡ-ара туған тел көнө айҡанлы 8-се һәм 9-сы кластарҙа (башҡорт теле уҡытыусыһы Лиза Урал ҡыҙы Ниғмәтуллина) китапхана хеҙмәткәрҙәре “Моң шишмәһе һандуғастай йырсы телем” исемле сара ойошторҙо. Тәүҙә уҡыусылар әлеге ваҡытта Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе яҡташыбыҙ – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Азамат Ишемғужиндың үҙ башынан үткәнде төшөргән “Һайлау” фильмын ҡараны. Балалар баҡсаһын тамамлаған улдарын рус класына бирергәме, әллә башҡорт класынамы тип аптыранған ғаиләлә проблема үҙенән-үҙе хәл ителә – бала үҙе башҡорт класын һайлай һәм һөҙөмтә көттөрмәй: 6-сы класта уҡығанда ул рус теленән олимпиадала еңеүсе булып, “Артек”ка путевка менән бүләкләнә. Фильм уҡыусыларға бик оҡшаны. Уның “Һайлау” тип аталыуы класты һайлау ғына түгел, киләсәкте лә һайлау икәнен улар яҡшы төшөндө. Был фекер алышыуҙарҙа сағылды.
Артабан уҡыусылар ҡала һәм районыбыҙҙа башҡорт телен йәшәтеүгә тос өлөш индереүселәр – “Игебай мәктәбе” клубы һәм Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһенең эшмәкәрлеге менән танышты. 8-се кластар “Йәнгүҙәй” берекмәһе ағзаһы Нәфисә Мәмбәтова, ә 9-ҙар Борис Хәйретдинов менән осрашты, уларҙың ижад емештәре менән танышты, йомаҡтар систе, тиҙәйткестәр әйтте, башҡорт мәҡәлдәрен рус теленә тәржемә итте. Аҙаҡҡы кисә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырына Борис Хәйретдинов ижад иткән рухлы йыр менән тамамланды.