“Тәңкәле ҡыҙ”
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, яҡташыбыҙ, бөйөк әҙибә Таңсулпан Ғарипованың 75 йәшлек юбилейына арналған “Тәңкәле ҡыҙ” конкурсы иғлан иткәйне. Сентябрь айында Беренсе Этҡол, Һаҡмар, Ҡаратал, Ишмөхәмәт ауылдарында һәм Баймаҡ ҡалаһында төбәк бәйгеләре үтте. Ҡаланан һәм 40-лаған ауылдан ҡатнашыусы, йәмғеһе 50-гә яҡын ҡыҙ саялыҡта, матурлыҡта, зирәклектә, сәхнә оҫталығында һынау тотто. Бөгөн иһә ҡаланың 1-се мәктәбендә төбәк бәйгеләре еңеүселәре – ҡаланан, Иҫке Сибай, Йәнйегет, Йәрмөхәмәт, Икенсе Этҡол, Күсей, Сыңғыҙ, Мерәҫ, Ниғәмәт, Билал ауылдарынан барлығы 10 башҡорт һылыуы “Тәңкәле ҡыҙ” конкурсының район этабында сығыш яһаны. Береһенән-береһе матур, һылыу, үткер, сая ҡыҙҙар үҙҙәре менән үҙенсәлекле таныштырҙы, башҡорт әҙәбиәте, фольклоры, мәҙәниәте, Таңсулпан Ғарипованың ижадына бәйле һорауҙарға яуап бирҙе, яҙыусының әҫәрҙәренән сағыу өҙөктәр сәхнәләштерҙе. Шулай уҡ ҡыҙҙар стилләштерелгән милли кейемдә дефиле күрһәтте. Милли биҙәкле, үҙенсәлекле кейемдәрҙәге ҡыҙҙарҙың сығышы сағыу тамашаға әйләнде. Саф башҡортса һөйләшкән, йөрәктәре тыуған ерем, телем, әҙәбиәтем, халҡым тип типкән ҡыҙҙарҙың һәр сығышы ихлас алҡыштар менән оҙатылып барҙы.
Беренсе тапҡыр үткәрелгән “Тәңкәле ҡыҙ” конкурсы шуныһы менән дә әһәмиәтле һәм иҫтәлекле булды – уға Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова үҙе тамаша ҡылды. Шулай уҡ сарала абруйлы ҡунаҡтар – “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире, шағир, яҙыусы Мөнир Ҡунафин, Салауат Юлаев ордены кавалеры, билдәле шағир, яҙыусы, яҡташыбыҙ Әхмәр Үтәбай, драматург, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, яҡташыбыҙ Әминә Яхина ҡатнашты. Таңсулпан Ғарипованың үҙе булыуы, күренекле ҡунаҡтарҙың бәйгегә тамаша ҡылыуы сәхнәгә сыҡҡан һылыуҙарға бермә-бер яуаплылыҡ өҫтәне һәм… ҡыҙҙар ысын мәғәнәһендә барыһы ла юғары кимәлдә сығыш яһаны, оҫталыҡтарын күрһәтте. Һөҙөмтәлә Гран-Приҙы бер тауыштан Иҫке Сибай һылыуы Ишмырҙина Нәркәс яуланы. Төп еңеүсегә Диплом һәм 5 мең һум аҡсалата премия, тәңкәле биҙәүес тапшырылды. Беренсе урынға Икенсе Этҡол ауылынан Ғибатова Линара, икенсе урынға Мерәҫ ауылынан Ғазина Ильвина лайыҡ булды, өсөнсөгә Йәрмөхәмәттән Йәрмөхәмәтова Әлиә сыҡты. Әбүбәкирова Әҡлимә (Йәнйегет)–“Тамашасы һөйөүе”, Ҡотлоғужина Юлиә (Баймаҡ) – “Әҙәбиәткә һөйөү”, Мәхмүтова Нәзилә (Сыңғыҙ) – “Сәхнә оҫтаһы”, Баймөхәмәтова Айгүзәл (Күсей) – “Баймаҡ гүзәле”, Хәсәнова Айгүзәл (Ниғәмәт) – “Рухлы һылыуҡай”, Шаһыбалова Сулпан (Билал) – “Йәшлек гүзәле” номинацияларында еңеү яуланы. Ҡыҙҙарға дипломдар һәм аҡсалата премиялар тапшырылды. “Ағиҙел” журналының махсус призына Ильвина Ғазина лайыҡ булды. “Тәңкәле ҡыҙ” район конкурсында ҡатнашыусы һәр ҡыҙға Таңсулпан Ғарипова “Салауат вариҫтары” исемле йәш ижадсыларҙың ижад емештәренән торған китаптар тупланмаһы бүләк итте.
Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы конкурстың бик оҡшауын, башҡорт һылыуҙарының сығыштарын һөйөнөп тамаша ҡылыуын билдәләне һәм уның ойоштороусыларына рәхмәтен белдерҙе. Әминә Яхина, Әхмәр Үтәбай, Мөнир Ҡунафиндар ҙа бәйге тик матур тәьҫораттар ҡалдырыуын, башҡорт ҡыҙҙарының сығыштары тик һоҡланыу, ғорурланыу хистәрен уятыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Бындай йәштәребеҙ булғанда – киләсәгебеҙ өмөтлө”, – тине улар. Конкурсты йомғаҡлап, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Зилә Вәкил ҡыҙы тәүге “Тәңкәле ҡыҙ” район конкурсына халыҡ яҙыусыһының үҙе тамаша ҡылыуына, конкурста ҡатнашыусы ҡыҙҙар уның менән аралаша алыуына һөйөнөсөн белдерҙе һәм ҡыҙҙарҙы бәйгегә әҙерләгән китапханасыларға, уҡытыусыларына, яҡындарына рәхмәт әйтте.
“Тәңкәле ҡыҙ”ҙа ҡатнашыусы ҡыҙҙар милли аңлы, рухлы, үткер, сая, аҡыллы, белемле булыуҙары, яҡташ яҙыусы Таңсулпан Ғарипованың ижадын яҡшы белеүҙәре менән тамашасыларҙы арбаны. Киләһе йылдарҙа ла “Тәңкәле ҡыҙ” конкурстары ойошторолоп, унда ошондай уҡ рухлы, илһөйәр, телһөйәр, нәзәкәтле башҡорт һылыуҙары ҡатнашыр тигән ышаныс ҙур.
Бәйге барышы Балалар ижады үҙәгенең “Серле йондоҙҙар” , “Шатлыҡ” фольклор берекмәләренең , “Сулпылар” бейеү ансамбленең сағыу сығыштары менән үрелеп барҙы.