Тәңкәле ҡыҙ конкурсы
Һаҡмар ауылында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың 75 йәшлек юбилейына арналған “Тәңкәле ҡыҙ” конкурсының төбәк этабы үтте. Унда Темәс, Һаҡмар, Билал, Күгиҙел, Өмөтбай, Ҡолсора, Муллаҡай, Түбә китапханасылары әҙерләгән ҡыҙҙар тапҡырлыҡта һәм саялыҡта үҙ-ара көс һынашты, сәхнә оҫталығын да күрһәтте. Таныштырыу турында конкурсанттар йыр-бейеүгә һәм нәфис һүҙгә маһирлыҡтарын сағылдырһа, “Һорауҙарға яуаптар” өлөшөндә халыҡ яҙыусыһының ижады, Башҡортостан әҙәбиәте һәм мәҙәниәте буйынса белемдәрен сарланы. Сәхнәләштереү турында күптәре, образға инеп, тамашасыны әҫәрҙең эсенә алып инә алды. Шулай ҙа сараның иң күркәм һәм тантаналы өлөшө дефиле булды: һылыулыҡтарын да, саялыҡтарын да, нәзәкәтлектәрен дә улар милли кейем элементтары һәм хәрәкәттәр аша еткерергә тырышты. Кисәне Әҙилә Мәһәҙиеваның нәзәкәтле бейеүҙәре һәм егеттәрҙең “Эх, һеҙ матур ҡыҙҙар!” йырҙары биҙәне. Ғөмүмән, сара ауылдарҙа матур холоҡло, тыйнаҡ, аҡыллы, ә иң мөһиме, рухлы ҡыҙҙар үҫеп килеүен күрһәтте.